Мәғарифты “һауыҡтырырға”17.05.2016
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитетында мәғариф буйынса эксперт советының сираттағы
ултырышы ойошторолдо.


Унда составты яңыртыуға бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Эксперт советының яңы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эдуард Сәйетбатталов эшмәкәрлектең тәү сираттағы бурыстарын тәҡдим итте. Ултырышта ҡатнашыусылар быға ҡарата фекерен әйтте, төп йүнәлештә күҙалланған үҙгәрештәргә ҡарашын бел­дер­ҙе. Республикалағы мәғариф тармағының “ауыртҡан” урындары билдәләнде, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары тәҡдим ителде.
Кәңәшмәлә шулай уҡ белем биреү ойошмаларының юл-транс­порт ваҡиғаларын иҫкәртеү йәһәтенән эшмәкәрлеген ка­мил­лаштырыу мәсьәләһе ҡаралды. Быға ҡә­ҙәр комитет тара­фы­нан автомәктәптә бирелгән дәрестең теоретик өлөшөн X класс программаһына ҡушыу тәҡдим ител­гәйне. Эште пилот проекты рәүешендә Өфөнөң өс мәктәбендә башлау күҙаллана.




Вернуться назад