Үҙгәрештәр көтөлә17.05.2016
19 майҙа уҙасаҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында Башҡортостан Хөкүмәте былтырғы йылда дәүләт милкен хосусилаштырыу һөҙөмтәләре тураһында отчет бирәсәк.

Депутаттар ҡарамағына 50-гә яҡын мәсьәлә сығарыла. Рес­публиканың 14 закон проектын икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итергә тәҡдим ителә. Административ тәртип боҙоуға, граж­дан­дарҙың мөрәжәғәттәренә, Һайлау тураһындағы кодексҡа, урын­дағы үҙидаралыҡҡа, юлдарға, бала хоҡуҡтарын гаран­тия­лауға, етем һәм бағыусыһыҙ ҡалған балаларға социаль булыш­лыҡ итеүгә ҡағылышлы закондарға үҙгәрештәр индереү күҙаллана.
Һигеҙ закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул итеү өсөн си­рат­та­ғы пленар ултырыштың көн тәртибенә индерелгән. Улар ара­һы­нан Ғаилә кодексына, мәҙәни мираҫ объекттары, бушлай юри­дик ярҙам, өлкән йәштәге кешеләрҙе һәм инвалидтарҙы тәр­биәгә алыусы ғаиләләр тураһындағы закондарға үҙгәреш индереү ҡарала.



Вернуться назад