Инженер һөнәре көнүҙәк17.05.2016
Өфөлә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Йыл инженеры-2015” Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаттары һәм “Case-in” Халыҡ-ара инженерҙар чемпионатының төбәк һайлап алыу турында еңеүселәр менән осрашты.

– Мин, инженер булараҡ, инженерҙарҙы сәләмләйем! Аралашыу бер телдә булыр тип ышанам, – тигән һүҙҙәр менән башланы ос­рашыуҙы Рөстәм Зәки улы. – Ниһайәт, йәмғиәттә инженерлыҡ эшенә ҡыҙыҡһыныу уянды. Был – алға ҙур аҙым. Йәштәр һәм ата-әсәләрҙең инженер һөнәренең кәрәкле булыуын аңлауы ҡыуандыра.
Осрашыу барышында конкурс лауреаттары – республиканың төп предприятиелары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең проекттары менән таныштырҙы, төрлө һорауҙарға яуап бирҙе. Ә Өфө дәүләт нефть техник университеты командаһы вәкилдәре иһә инженерҙар чемпионатында ҡатнашыуҙары хаҡында һөйләне.
“Case-in” Халыҡ-ара инженерҙар чемпионаты 2013 йылдан алып үткәрелә. Был чемпионат йүнәлешле юғары уҡыу йортта­рының һәләтле студенттарын һәм аспиранттарын асыҡлауға, уларға ярҙам күрһәтеүгә, инженер-техник белемде популярлаш­тырыуға һәм ошо тармаҡтарҙың кадрҙар резервын туплауға йүнәлтелгән. Быйыл май аҙағында Мәскәүҙә үтәсәк конкурстың финалына Башҡортостандан Өфө дәүләт нефть техник университетының Салауат ҡалаһындағы филиалы студенттары командаһы “Brain Energy” барасаҡ.



Вернуться назад