Заман заманса ҡараш талап итә17.05.2016
Заман заманса ҡараш талап итә Башҡортостанда ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттары бихисап сараларға юл асты тиеү дөрөҫ. Шунан алып ниндәй генә конференция, симпозиум, форумдарҙың шаһиты булманыҡ! Күптән түгел Өфөлә “Интеллектуаль милек өлкәһендә төбәк проекттары – йәштәр күҙлегенән” ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙғайны. Кисә иһә Конгресс-холда IV “ПРОФ-IT. 2016” Бөтә Рәсәй төбәк һәм муниципаль мәғлүмәтләштереү проекттары конкурсы асылды.

“ПРОФ-IT. 2016” Бөтә Рәсәй мәғлүмәтләштереү проекттары конкурсы быйыл дүртенсе тапҡыр (быға хәтлем Коми Республикаһында, Рязань ҡалаһында уҙҙы) ойошторола. Ә Башҡортостан эстафетаны Ханты-Манси автономиялы округынан ҡабул итеп алды.
Өфөләр форумға яңылыҡ ин­дергән. Ул конкурс ҡына түгел, ә пленар өлөштө һәм фекер алышыу­ҙы үҙ эсенә алған эре форум булараҡ иҫтә ҡаласаҡ. Унда мә­ғариф, транспорт өлкәһендә мәғ­лүмәт технологияларын ҡулланыу мәсьәләләре тикшерәләсәк. Ә өҫтөнлөклө йүнәлеш – власть һәм урындағы үҙидара органдарында импортҡа алмаш програм­маһының тәьмин ителеше.
Башта тамаша залында ҡурай моңо яңғыраны, бейеү-йыр сығыш­тары булды, ханты-мансиҙар тантаналы шарттарҙа башҡортос­тан­дарға бәйгенең байрағын тапшырҙы.
Конкурсҡа илебеҙҙең төрлө тарафтарынан 130 ижад проекты ебәрелгән, яҡташтарыбыҙ “ведомстволы автоматлаштырыу”, “IT социаль өлкәлә”, “IT асыҡ төбәктә” тигәндәре буйынса көс һынашты.
Мәртәбәле ҡунаҡтар фойелағы бай йөкмәткеле күргәҙмә менән яҡындан танышты. Бигерәк тә “Йоматау” шифа­ханаһы, “Ағиҙел” етеш­тереү пред­прия­тиеһы, “Баш­ҡортос­тан тауары”, “Башҡорт балы”, “Баш­ҡорт­ос­тан үләндәре” йәм­ғиәт­тәре, “Китап” нәшриәте һәм башҡа­ларҙың стенды янында ҡунаҡтар күп ине.
Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Игорь Щеголевтың һүҙҙәренә ҡара­ғанда, төбәктәргә бер-береһен өйрәнеү һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн форумдың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Әлбиттә, импортҡа алмаш­ҡа киңерәк ҡарарға кәрәк.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов мәғлүмәтләштереүгә киң күҙлектән ҡарауын белдерҙе, республикабыҙҙың һәр йәһәттән дә йылдам үҫеүен билдәләне.
– Ошо көндәрҙә Өфө төп фекер алышыу майҙансығына әйләнде, – тине Рөстәм Зәки улы. – Хәйер, ошоға тик­лем дә бихисап саралар юғары кимәлдә уҙҙы. Мәғлүмәт техно­логия­һы программаһын йылдам тормош­ҡа ашырабыҙ. Беҙ – был тәңгәлдә лидер.
Рөстәм Хәмитов электрон хеҙ­мәттәр күрһәтеүҙәге ҡаҙаныштарҙы миҫал итеп килтерҙе. Мәҫәлән, әгәр элегерәк яңылыҡты яҡынса 500 мең кеше үҙ итһә, хәҙер халыҡтың 2 мил­лион 500 меңе уны көндәлек тормошта уңышлы ҡуллана. Электрон технологияларҙың биш тап­ҡырға үҫеүенә нисек һөйөнмәҫкә!
Республика Башлығы белде­реүен­сә, электрон белем биреү әү­ҙем эшләй. Бөгөн ул хатта балалар баҡсаһына ла үтеп ингән, мәк­тәп­тәр­ҙә лә ҡулланыла, юғары уҡыу йорт­тары тураһында әйтәһе лә түгел.
Бөтәһе лә сағыштырыуҙа асыҡ сағыла тигәндәй, төбәк етәксеһе был тәңгәлдә береһенә лә алдын­ғылыҡты бирмәгән Көньяҡ Кореяны телгә алды. Көнсығыш Азиялағы был илдә халыҡтың 90 проценты цивилизацияның татлы емешенән ауыҙ итеп рәхәтләнә икән.
– Һәр кем ҡатнаша алған “Асыҡ республика” системаһы яҡшы эш­ләй. Мәғлүмәт технологияһы тормо­шобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнәсәк. “3D” форматы үҫеш кисе­рә, тиҙҙән “3D” музейы асыласаҡ, – тине ул.







Вернуться назад