Ғәҙеллеккә һәм асыҡлыҡҡа табан13.05.2016
Ағымдағы йылдың 18 сентябрендә – Берҙәм тауыш биреү көнөндә – Рәсәй Федераль Йыйылышының етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы һайланасаҡ. Әҙерлек әле үк ҡыҙыу бара. Яңылыҡтар ҙа юҡ түгел – быйылғы һайлауҙа “барыһына ла ҡаршы” графаһы буласаҡ, бер мандатлы округтар буйынса ла тауыш биреү ойоштороласаҡ, сәйәси партиялар өсөн “үтеү сиге” түбәнәйәсәк (элек ул 7 процент булһа, быйылдан 5-кә төштө).
Дәүләт Думаһы – Федераль Йыйылыштың түбәнге палатаһы, закондар сығарыусы иң юғары власть органы. Быйыл Берҙәм тауыш биреү көнөндә уның етенсе саҡырылыш депутаттары һайланасаҡ. Тәүгеһе, хәтерләйһегеҙҙер, Федерация Советы менән берлектә 1993 йылдың 12 декабрендә ойошторолғайны. Артабан һайлауҙар 1993, 1995, 1999, 2003, 2007 һәм 2011 йылдарҙа үтте. Беренсе саҡырылыш Думаһы, ҡануниәткә ярашлы, ике йылға тупланды. Артабан дүрт йыллыҡ срок индерелде, алтынсы саҡырылышта иһә депутаттар биш йылға һайланды. Сираттағыһы ла “биш йыллыҡ”ты күҙ уңында тота, әммә, башҡа осорҙарҙан айырмалы, был юлы тауыш биреү ҡатнаш һайлау системаһына нигеҙләнәсәк. Нисегерәк була, тиһегеҙме? Мәҫәлән, Дәүләт Думаһы 450 депутаттан тора. Быйылдан был состав сәйәси партиялар исемлеге буйынса, шулай уҡ бер мандатлы округ буйынса һайлау һөҙөмтәһендә туплана. Йәғни 2016 йылдың 18 сентябрендә халыҡ ике бюллетень буйынса тауыш бирәсәк: партия исемлеге өсөн һәм бер мандатлы округтағы айырым кандидат өсөн. Рәсәйҙә бындай система 1993 – 2003 йылдарҙа эшләп килгәйне, әммә 2007 һәм 2011 йылдарҙа Дума партия исемлеге буйынса ғына тупланды. Бынан тыш, партияларға һынауҙы үтеү өсөн тауыштарҙың 7 процентын алыу шарт ине.
Әйткәндәй, сираттағы һайлауҙарға нисә кеше килһә лә, ул үткән тип һаналасаҡ, бер ниндәй ҙә сик юҡ. Әммә шуны күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай – һайлаусыларҙың күбеһе “барыһына ла ҡаршы” тауыш бирә икән, сараны ҡабаттан үткәрергә тура киләсәк.
Алдан тауыш биреүгә килгәндә иһә, “Берҙәм Рәсәй” кандидаттарҙы тәҡдим итеүҙә үҙенә күрә өр-яңы механизм булдырҙы. Ғөмүмән, партия эсендә алдан тауыш биреү рәүеше бик үҙенсәлекле. Сәйәси “бәйге”лә үҙен һынап ҡарарға теләгән (фирҡә ағзаһымы ул, әллә бөтөнләй партияһыҙ кешеме – уныһы хатта мөһим дә түгел) һәр кем ҡатнаша ала. Әлбиттә, ҡануниәттә яҙылған талаптарға ярашлы. Мәҫәлән, хөкөмгә тарттырылмауың, сит илдә байлығың булмауы шарт. Әйткәндәй, ошоғаса Рәсәйҙә бер партияның да бындай аҙымға барырға йөрьәт иткәне юҡ ине әле.
Праймеризға Рәсәй буйынса меңдән ашыу ғариза ҡабул ителһә, республикала 170 кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Кандидаттар араһында ир-ат күберәк – 77 кеше. Ике дәғүәсе урта белемле, ҡалғандарының урта махсус йәки юғары белеме бар. Теркәлеү үткәндәрҙең 61-е – “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы, 40 кеше иһә бер фирҡәлә лә теркәлмәгән. Праймеризда ҡатнашыусылар араһында йәштәр ҙә күп, 35 йәше тулмаған дүрт тиҫтәгә яҡын кеше бар.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, партия кемделер тәҡдим итәсәк йәки ҡурсалаясаҡ тип көтөргә ярамай. Һәр кандидат халыҡтың ышанысын үҙе яуларға тейеш. Алдан тауыш биреү 22 майға тәғәйенләнгән.
Әле Башҡортостанға праймериз өсөн өс телдә яҙылған 920 мең бюллетень килтерелгән дә инде. “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рәмзил Ишһарин билдәләүенсә, улар “Гознак” фабрикаһында етештерелгән һәм юғары сифатҡа эйә.
– Бюллетендәр ике төргә бүленә: берәүҙәре – партия исемлегенә, икенселәре бер мандатлы округтарға тәғәйенләнгән. Партия алдан һайлауҙы асыҡ һәм ғәҙел үткәреүҙе маҡсат итеп алған, – тине ул.