Бәләбәй районындағы территориаль һайлау комиссияларының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған ағзаһы вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылыуға бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһындағы 6-сы пунктҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған яңы ағзаны тәғәйенләү өсөн кандидатура буйынса тәҡдимдәр ҡабул итеү хаҡында белдерә. Документтар ошо белдереү баҫылып сыҡҡандан алып егерме көн эсендә түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (эш көндәрендә).
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: 250-66-22.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.