Баҡсаларҙа – уңайлы мөхит13.05.2016
“Асыҡ мөхит” дәүләт программаһына ярашлы, быйыл республикабыҙҙа туғыҙ балалар баҡсаһын, дүрт коррекция мәктәбен һәм ике өҫтәмә белем биреү учреждениеһын йыһазландырыу күҙаллана.
Әлеге маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан – 18 миллион һум, республика бюджетынан 7,5 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Был хаҡта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты ултырышында республиканың мәғариф министры урынбаҫары Леонид Васильев әйтте.
Министрлыҡ вәкиле белдереүенсә, 2011 – 2015 йылдарҙа программаны тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан 325 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Төбәктәге мәғариф учреждениеларында асыҡ мөхитте 20 процентҡа тәьмин итеү бурысы ҡуйылған. Тейешле күрһәткескә тулыһынса өлгәшелгән, ил һәм республика ҡаҙналарынан бүленгән аҡса тотош үҙләштерелгән.
– Быйыл субсидияны мәктәпкәсә учреждениеларҙа, коррекция мәктәптәрендә һәм өҫтәмә белем биреү ойошмаларында ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырыуға тотоноу күҙаллана. Ошо маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан 120 миллион һум һорағайныҡ, Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡортостанға шуның 15 процентын ғына бүлде. Ләкин айырым маҡсатлы күрһәткестәр кәметелмәне, – тине Леонид Васильев.
Әйткәндәй, әле республикалағы 160 балалар баҡсаһында асыҡ мөхит булдырылған, 36 коррекция мәктәбе тулыһынса йыһазландырылған. Бындай ойошмаларға йөрөү мөмкинлеге булмаған балалар өсөн ситтән тороп уҡытыу ойошторолған.