Яҙҙың бер көнө йылды туйҙырғанда13.05.2016
– Хужалыҡта, баҡсала тынғыһыҙ эш мәле башланды, көндәр йылынды. Ошондай осорҙа бик йонсота. Белеүемсә, ғәрәп илдәрендә төш мәлендә бер аҙ йоҡлап алалар икән. Был дөрөҫмө, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Беҙ ҙә шулай итһәк, ғәйеп булмайҙыр?
М. ХӘКИМОВ.
Ейәнсура районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Беҙ көн менән төндө яралттыҡ, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. – Тәүгеһен – хеҙмәт итеү, икенсеһен ял өсөн”. Йоҡо – Аллаһ Тәғәләнең биргән бер ниғмәте. Уның мәғәнәһе хаҡында ғалимдар араһында һаман да төрлө фекер йәшәй.
Ер шары төрлө климаттарҙан ғибәрәт. Беҙҙә һауа торошо һәр саҡ уртаса кимәлдә. Ә ғәрәп илдәренә килгәндә, унда көндөң үҙәгендә һауа температураһы шул ҡәҙәр юғары күтәрелә. Хатта ки тауыҡ йомортҡаһын ташҡа һалһаң, ул да бешеп сыға. Шуның өсөн дә ғәрәп илдәрендә төш ваҡытында бер аҙ ял итеп, йоҡлап алыу элек-электән килгән һәм әле лә дауам итә. Был ваҡытта урамда берәү ҙә ҡалмай, сөнки эшләрлек түгел.
Хәтеремдә, 1983 йылда хажға барғанда сентябрь айы ине. Ғәмәлдәрҙе үтәп, Пәйғәмбәребеҙҙең Мәҙинәләге мәсетенә өйлә намаҙы уҡырға барҙыҡ. Иман йортона йәйелгән келәмдең 20-30 сантиметр өлөшө ҡояшта ята, унан көйгән еҫ сыға. Бына ниндәй эҫелек! Шуға ла уларҙа эш асылда икенде намаҙынан һуң башлана. Ҡояш байып, бер аҙ һалҡын төшкәс, бөтөнөһө хәрәкәткә килә.
Беҙҙә иһә көндәр ныҡ эҫе түгел. Йәйгеһен дә хәлде алырлыҡ мәлдәр бик һирәк була. Шуға күрә лә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, әлеге уңышҡа нигеҙ һалыу мәлендә ял итергә тырышыу маҡсатҡа ярашлы булмаҫ. Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра, тиҙәр бит. Йәйебеҙ ҙә ҡыҫҡа. Тимәк, әле нәҡ тырышып эшләй торған осор, йәмәғәт. Ә бына ҡышҡа инһәк, унда эш тә аҙыраҡ, төндәр ҙә оҙонораҡ булыр. Аллаһ Тәғәлә быны айырым хикмәт менән яралтҡандыр.
Шул уҡ ваҡытта пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм тәнгә, күңелгә ваҡыты-ваҡыты менән ял биреп тороу кәрәклеген әйткән. Был – туғандар, дуҫтар менән осрашыу, фекерләшеү, уңыштарға ҡыуаныу, кәңәш биреү, тәбиғәттән ләззәт алыу... “Күңел арыһа, изгелектәрҙе күрмәй башлар”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Тырышып хеҙмәт итеү араһында бер аҙ ялға ла урын ҡалдырып, тормоштан йәм-тәм табып йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.