Ҡаҙанда ниңә һыу ҡайнай?13.05.2016
(Хикәйәт)
Бер төндә Ғүмәр хәлифә ҡоло менән урамдан китеп барға­нында алда усаҡ янып торғанын күрә.
– Мосафирҙар төнгө һал­ҡын­дан һаҡланыр өсөн яҡҡандыр, – ти ул. – Әйҙә, улар янына.
Барһалар, усаҡ эргәһендә бер ҡатын ултыра, ҡосағына илаған бала һыйынған, ти. Ҡаҙанда һыу ҡайнай.
– Эргәгеҙгә килергә мөм­кинме?
– Яҡшы ниәт менән булһа, әйҙә. Кире китһәгеҙ ҙә, һүҙем юҡ.
– Нимә булды?
– Төнгә ҡалдыҡ. Һалҡын.
– Ә балаларға нимә булды?
– Улар аслыҡтан яфаланып илай.
– Ҡаҙанда нимә?
– Һыу. Балалар өмөтләнеп һәм тынысланып йоҡлап кит­мәҫ­ме тип ҡайнатам. Беҙҙең хәл­де кем белһен? Ғүмәр хәли­фәме?
– Аллаһ Тәғәлә ярҙам бир­һен, – тигән хужа. – Ә һеҙҙең ту­рала Ғүмәр ҡайҙан белһен һуң?
– Ул эштәребеҙгә идара итә, беҙҙең ишеләрҙе һанға һуҡмай.
Ғүмәр тиҙ-тиҙ атлап китеп ба­ра. Он һаҡланған келәттәр эргә­һенә килә лә бер тоҡто һөй­рәп сығара. Уны йөкмәп ала һәм йәнә әлеге усаҡ эргәһенә килә. Тоҡтан он алып, ҡаҙанға һала, утты өрөп, көсәйтеп ебәрә. Һа­ҡалы көйә башлауға ҡара­маҫтан, боламыҡ бешеп еткәнсе усаҡ янынан китмәй. Әҙер бул­ғас, ҡаҙанды ергә ҡуя. Ҡатын иһә балаларын туйғансы ашата.
– Аллаһ ярҙам бирһен һеҙгә, – ти ул. – Хаҡ мосолмандар хакимы Ғүмәргә ҡарағанда яҡшыраҡ эш башҡарҙығыҙ.
– Әл-хәмдү лил-ләһ! – тип иркен тын алып ҡуя үҙ-үҙенән ҡәнәғәт Ғүмәр.


Вернуться назад