Балаларға нәсихәт13.05.2016
l Һабаҡташтарығыҙ менән яҡшы мөғәмә­ләлә булығыҙ. Уларға туғандарса мөнәсәбәт күрһәтегеҙ. Йомшаҡ һөйләшегеҙ, осрашҡан һайын шатланып ҡаршы алығыҙ. Һөйөнөстәрҙе лә, ҡайғыларҙы ла бергә күтәрергә тырышығыҙ.
l Насар холоҡ-фиғел йоғошло була. Шуның өсөн дә, арағыҙҙа шундай уҡыусы бар икәнен белһәгеҙ, унан һиҙҙермәй генә айырылығыҙ.
l Маҡтанмағыҙ. Атайығыҙҙың байлығы, һөнәре, кейемегеҙ, әсбаптарығыҙ менән башҡалар алдында маһаймағыҙ. Гелән ихтирамлы, кеселекле булығыҙ.
l Уҡыусылар менән бергә ойошторолған мәжлестә әҙәпһеҙлек күрһәтмәгеҙ, күңелде ҡарайтыр ваҡиғаларҙы бәйән итмәгеҙ, ҡыс­ҡырышмағыҙ, һүҙ көрәштермәгеҙ, айырыуса ҡул күтәреүҙән һаҡланығыҙ.
l Сәбәпһеҙ дәрес ҡалдырмағыҙ. Мәктәптәге ҡағиҙәләргә һыймаған йыйылыштар ойош­тормағыҙ.
l Башҡаларҙа күргән әйберҙәргә ҡыҙыҡ­мағыҙ, уларҙы һорамағыҙ. Бөйөклөктөң алыуҙа түгел, ә биреүҙә икәнен хәтерегеҙҙән сығар­мағыҙ.
l Мәктәпте тамамлағас, бергә уҡыған иптәштәрегеҙҙе онотмағыҙ. Уларға ихтира­мығыҙҙы даими белдереп тороғоҙ. Юғары дәрәжәгә өлгәшкән хәлдә лә ололанмағыҙ.

Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВтың
балалар өсөн нәсихәттәренән.



Вернуться назад