Күңелдәргә барып етһен!13.05.2016
Күңелдәргә  барып етһен! БДУ-ның Сибай институтында яҙыусылар менән осрашыу йыш үткәрелә. Мәҫәлән, күптән түгел уҡыу йортонда Мәүлит Ямалетдинов булып китте. Уның “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабының исем туйын студенттар ихлас тамаша ҡылды.

Баҫма Рәсәй мосол­ман­дарының Үҙәк диниә назараты һәм Ислам мәҙәниәте, фәне, мәғарифына ярҙам фонды булышлығында баҫ­тырылған. Йыйынтыҡҡа “Ҡөрь­ән Кәрим”дән 76 сүрә ингән. Уларҙың мәғәнәһе, рухы, тантаналы ла, һа­ғышлы ла йөкмәткеһе шиғри һүҙ аша бирелә.
Кисәне ойоштороусы һәм алып барыусы филология фәндәре кандидаты, доцент Ғәҙилә Бүләкова әйтеүенсә, Мәүлит Ямалетдиновтың был хеҙмәте – төрки халыҡ­тарҙың рухи-мәҙәни тормошонда үҙенсәлекле күре­неш. Тәржемәләрҙә ябай һөйләм стиле өҫтөнлөк итә, уларҙан күңел тыныслығы биргән илаһилыҡ, ябайлыҡ, ихласлыҡ, аһәң бөркөлөп тора. Шиғырҙарҙы, Ҡөрьән кеүек үк, талғын көйгә һалып уҡырға мөмкин. Әйтелгән фекерҙең күләме шиғыр­ҙарҙың төҙөлөшөнә, стро­фаларҙың оҙонлоғона йәки ҡыҫҡалығына йоғонто яһа­ған. Бындай формалағы сүрәләрҙе иҫтә ҡалдырыу еңе­лерәк, отоп алыу уңай­лы. Улар шиғри ҡалыпҡа бик оҫта һалынған, мәғәнә бө­төнлөгө, фекер теүәллеге, образдарҙың тулылығы юғалмаған. Һәр сүрә алдынан уның индерелеү ва­ҡы­ты, тарихы тураһында мәғлү­мәт бирелгән.
Китап буйынса фекер алышыуҙа филология фән­дәре кандидаты, өлкән уҡы­тыусы Гөлкәй Сәмер­ханова, философия фән­дәре кандидаты, БДУ профессоры Гүзәл Вилданова, дин әһелдәре, студенттар һәм башҡалар ҡатнашты. “Яугүл” ҡумыҙсылар ансамбленең сығышы, мөнәжәттәре ки­сәгә йәм өҫтәне, күңелдәрҙе пакланы.
Сығыш яһағандарҙың барыһы ла китаптың йәш бы­уын өсөн айырыуса кәрәк­ле булыуын, шуға күрә уны ҡабат баҫтырыу мөһимлеген билдәләне.
– “Халҡыма һабаҡлы энәләй генә файҙам тейһә лә, шат булыр инем” тигән ҡаҙаҡ яҙыусыһы. Шуның шикелле минең хеҙмәт тә кешеләр күңеленә барып етеп, уны иманлы, рухлы итеүгә өлөш индерһә, ҡыуа­нысымдың сиге булмаҫ, – тине Мәүлит Байгилде улы.






Вернуться назад