“Был донъяла бергә йәшәү – бүләк”13.05.2016
“Был донъяла  бергә йәшәү – бүләк” …Таң һыҙыла. Ҡыҫҡа ғына бер урамдан торған ауылдың әле бер, әле икенсе осонда күнәктәр зыңлап китә. Илаһилыҡты әтәс тауышы, һыйырҙар мөңрәүе тағы ла көсәйтеп ебәрә. Күнәктәргә гөбөрҙәп һөт ағыла башлай. Йәнә бер көн тыуҙы ауылда, яңы тормош башланды!


“Улым күсеп ҡайтырға йыйына!”

Шиҙе йылғаһы буйлап һуҙылып киткән ялан-ҡырҙар, ҡалҡыу­лыҡтар, урмандар буйында урын­лашҡан Ҡыҙыл Октябрь ауылы­ның ҡыҙҙарҙай матур мәле. Береһенән-береһе күркәм йорттар, көләс йөҙлө кешеләр, урамдың бала-саға тауышынан гөрләп тороуы – быға асыҡ дәлил.
…Халыҡ, малын сыбыҡлап, ауыл үҙәгенә табан атлай. Үҙәк – Фәнил ағай Ғарифуллиндың ҡапҡа төбө ул. Һәр кем һыйыр-һарығын тәүҙә шунда алып килә, унан яланға оҙатып ебәрә. Был ҡапҡа төбөндә кешеләр бер-береһенең хәлен һораша, көндәлек эш тураһында фекер алыша. Ғәҙәттә, осрашып-һөйләшеү клубта, почта бүлексәһендә, магазинда ойошторолорға тейеш тә бит. Ҡыҙыл Октябрҙә ундай учреждениелар булмағанлыҡтан, ҡапҡа төбө һайланған. Төйәген мөкиббән яратҡан халыҡ ҡырға китмәй, үҙ ерендә нигеҙ ҡора, бала үҫтерә, мал, ҡош-ҡорт үрсетә.
“Был донъяла  бергә йәшәү – бүләк”Көтөү ҡыуырға килгәндәр күберәк Фәнил Хәмиҙулла улының һөйләгәндәрен тыңлай. Ауылдың иң өлкән кешеһенең, 82 йәшлек аҡһаҡалдың, хәлен белеү, кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу иртәләрҙе яҡтыраҡ итә, күңелдәргә иман өҫтәй.
Фәнил Хәмиҙулла улының тамырҙары алыҫтан булып сыҡты. Ҡасандыр Бүздәк малсылары был яҡҡа йәйләүгә килгәндә һоҡланғыс тәбиғәткә шунда уҡ ғашиҡ булған. Күп уйлап тормайынса, дүрт ғаилә ошонда күсеп ултырған.
– Ат арбаһына ултырып кил­гәнде саҡ ҡына хәтерләйем, – тип бәйән итә Фәнил олатай йәштәргә. – Төйәгебеҙ ҙурая барған, колхоз нығына төшкән осор булған.
Ауылға 1928 йылда нигеҙ һалына. Башта уны халыҡ Яңы Ҡарамалы тип атай. Аҙаҡ билдәле сәбәптәр буйынса Ҡыҙыл Октябргә әйләнә. Ә урындағы хужалыҡ “Шишмә” колхозының бригадаһы булып ҡала.
– Ауыл электән бәләкәй булды: ни бары 30-лап йорт бар ине, – ти аҡһаҡал. – Әле лә өйҙәр кәмене тип әйтеп булмай, халыҡ ҡына аҙайҙы. Хәл былай ҡалмаҫ, тора-бара яйға һалыныр, кешеләр күбәйер тигән ышаныс ҙур.
Һуңғы арала бөтөрөнөп киткән Фәнил олатайҙың әле кәйефе шәп, һорауҙарға шаяртып яуап бирә. Бына еңел аҙымдар менән, егеттәрсә һайт-һайтлап, атын туғайға төшөрөргә йыйына. Ауылдаштары кәйефенең серен белеү маҡсатында олатайға һораулы ҡараш ташлай. Сыҙамай аҡһаҡал, ҡәнәғәт йылмайып, һөйөнөслө хәбәрен еткерә:
– Улым ауылға күсеп ҡайтырға йыйына! Атай нигеҙен һыуытмайым тиҙер.

Һыуынмаҫ сәйле йортта

“Был донъяла  бергә йәшәү – бүләк”Малдар яланда үлән утларға тотона, хужалары иһә йорттарына таралыша. Кәзәләрен ҡыуған Сажиҙә инәй Сәйетова ла өйөнә ашыға. Бөгөн өлкән улы Илгиз ҡайтырға тейеш бит. Ул Себерҙә эшләй, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Шулай ҙа ваҡыт табып, кендек ҡаны тамған нигеҙенә юлды һыуытмай ир-уҙаман.
Әсә йөрәге һиҙгер шул: улы ҡай­та һалып өй алдында эшкә лә тотонған икән. Инәй тиҙ генә аш бүлмәһенә үтеп, газын то­ҡан­дырып ебәрә (ауылға “зәңгәр яғыу­лыҡ” күптән ингән, һыуҙы ғына ҡо­ҙоҡ­тан алалар), ит бешерергә ҡуя. Унан мотоблок менән баҡса һөрөргә әҙерләнгән Илгизен сәй эсергә саҡыра. Ә ҡасан ҡайнатып өлгөрҙө һуң, тиһегеҙме? Сажиҙә инәйҙең сәйнүге һәр саҡ эҫе тора ул. Атай йортонда ҡалмаһалар ҙа, балалары, Аллаға шөкөр, туған тупһаһына саң ҡундырмай бит. Хәйер, ауылға ситтән килеп киткәндәр ҙә тура ошо йортҡа юллана – бында сәйҙең һыуын­мағанын белеп торалар.
– Әйҙүк, улым, түргә уҙ. Нисек ҡайтып еттең? Ғаиләң ни хәлдә? Туғандарың шылтыратамы?
Илгиз ағай ҡулын йыуған арала инәй бихисап һорау яуҙырып өлгөрә. Һағынған әсә йөрәге. Балаһының һөйләгәндәрен тиҙерәк тыңлағыһы, барыһы ла һәйбәт икән, тип шөкөр иткеһе килә.
– Дүртебеҙ ҙә бер ҡалала йәшәйбеҙ бит, әсәй. Көн дә тиерлек күрешеп торабыҙ, барыһы ла яҡшы, – тип йылмая улы.
– Эй, балаҡайҙарым, иҫән генә йөрөгөҙ! – Әсә ни алып, ни ҡуйырға белмәй йүгергеләй. Өҫтәлдә күпереп бешкән икмәк, кәзә һөтөнән ҡаймаҡ, ҡымыҙ, ҡала күстәнәстәре урын ала.
Илгиз ағай “дүртебеҙ” тигән һүҙ­гә айырым баҫым яһап әйтә. Ошоноң ме­нән ул татыу, берҙәм икәнлектәрен йәнә күрһәтеп, әсә­һен тағы ла ҡыуан­дырырға теләй­ҙер. Ә бит, ғаилә тари­хына күҙ һалһаң, өлкән улдары Рә­мил Са­жиҙә менән Мөхәммәт Сәйе­тов­тарҙың үҙ балаһы түгел: баҡый­лыҡҡа күскән туғандарының сабыйын һигеҙ айлыҡ сағынан ҡарап үҫтер­гәндәр. Айырып ҡарамайҙар, үҙене­келәй ҡәҙерләйҙәр. Күркәм мөнәсәбәт дауам итә, йылдан-йыл нығына.
– Их, атай иртәрәк китте… Йәшәргә лә йәшәргә ине бит әле уға, – тип күңел төпкөлөндәге һағышын белдерҙе Илгиз ағай. – Ҡөрьәнде яттан белгән, урмансы булараҡ ғүмер буйы тәбиғәттең серҙәрен өйрәнгән кешенең халыҡҡа әйтер һүҙҙәре лә күп булғандыр. Үҙен кешеләр нисек яратты һуң, әсәй!
– Шулай шул… Изге күңелле, тырыш ине ҡартыҡайым. Иҫләйһеңме, ауылда тәүге телевизор беҙҙә булды. Һеҙ, бала-саға, йыйылып ҡарай торғайнығыҙ. Кемдер йоҡлап китә лә иртәнсәк кенә өйөнә йүгерә. Шул балаларға атайың бер ҡасан да ауыр һүҙ әйтмәне, әрләмәне. Килгән кешене бороп сығарманы.
– Рәхмәт, әсәй, күркәм өлгөгөҙҙә матур тәрбиә бирҙегеҙ. Үҙегеҙҙең мәнфәғәттәрегеҙҙе ситкә ҡуйып, беҙҙе кеше иттегеҙ. Уҡырға сығып киткәнде әле лә иҫләйем: миңә йәшәргә аҡса булһын тип, дүрт мең баш ферма һарығының 100-ҙән ашыуының йөнөн ҡырҡҡайның. Ҡулдарың нисек ҡатып бөткәйне…
– Иң мөһиме – хеҙмәтем бушҡа китмәне, юғары белемле булдың.
Табын янындағы һөйләшеүҙән һуң, йортта ир барлығын ишаралап, баҡсала техника геүләргә тотона…

Баллы-майлы төбәк

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, буш торған йорттарҙан да азат түгел Ҡыҙыл Октябрь. Шулай ҙа йәйен йәмләнеп китә был нигеҙҙәр. Баҡыйлыҡҡа күскән өлкәндәрҙең йортона ҡаланан, күрше ауылдарҙан бала-сағаһын тейәп ул-ҡыҙҙары ҡайтып төшә. Миҙгел арауығында мал аҫрағандар ҙа бар. Мәҫәлән, ауыл ситендәге бер биләмәлә Рәжәп Зарипов умарта тота. Олатаһының нигеҙе ул. Утыҙға яҡын күстән яҡшы табыш килә: балды өйҙән үк килеп алалар, мәле менән умарталар ҙа һатыла. Өҫтәүенә изге нигеҙ ҙә ҡараулы.
– Беҙҙең яҡ – баллы-майлы төбәк, – тип ҡабатларға ярата умартасы. – Мал аҫрайым тиһәң, күпереп үлән үҫә, умарта тоторға уйлайһың икән, тирә-йүн йүкәгә күмелгән, йәшелсә үҫтерергә ялан киң. Эшләргә теләк кенә булһын.
Ысынлап та, ошондай бай ерҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә ҡала ауыл халҡына. Ә бит ҡасандыр бында көслө хужалыҡ булған: һыйыр фермаһы, һарыҡ аҙбары, өйөр-өйөр аттар, сәсеүлектәр… Ваҡыт тә­гәрмәсен, әлбиттә, кире әйлән­дереп булмай, кәрәк тә түгелдер. Иң мөһиме – тәбиғәт тыуҙырған мөмкинлектәр юғалмаған.

Ишле ғаиләгә бәхет ишелә

Көн төшкә ауыша. Умарталыҡта ғына түгел, барлыҡ хужалыҡтарҙа ла эш ҡайнай. Гүзәл Шәймәр­ҙәнова, мәҫәлән, ҡыҙы Мәҙинә менән күркәләрен ҡарап йөрөй. Йомортҡа һалған ваҡыттары бит: күҙәтеп тормаһаң, ҡарғалар сос. Ул да булмай, ҡаҙҙар ҡаңғылдаша башлай.
– Әсәй, мин ҡасан балалар баҡса­һына барам? – Биш йәшлек ҡыҙҙың иптәштәрен һағыныу тойғоһо йөҙөнә сыҡҡан.
– Ауырып бөтһәң, барырһың, – ху­жабикә эш араһында бәләкәсте арҡа­һынан һөйөп ала. Әйткәндәй, балалар баҡсаһы биш саҡрым алыҫ­лыҡтағы Көҙән ауылында урын­лашҡан. Әсә кеше тауҙай донъяһын ҡарарға ла, сабыйҙарын бағырға ла нисек өлгөрә һуң? Оҙаҡламай ире эштән ҡайтыр, унан тиҫтәгә яҡын һыйыры ашҡынып килеп инер. Ә балалары күп Гүзәл менән Әҙһәмдең – етәү. Хәйер, өлкән ҡыҙҙары хәҙер – үҙе әсәй, ғаиләһе менән ял көндәрендә генә ҡайтып китә.
Уртаҡ яҙмышлы кешеләр байтаҡ арабыҙҙа. Әлеге ғаиләнең тормошо ла Сажиҙә инәй менән Мөхәммәт олатайҙыҡына оҡшаш һымаҡ. Атап әйткәндә, бер нисә йыл элек Әҙһәм, тәүге ҡатыны вафат булғас, өс бала менән яңғыҙ ҡалған. Үҙе һымаҡ яҙмышҡа дусар булған Гүзәлгә өйләнгән шунан. Ҡатындың иһә улы булған. Ике “оя” берләшеп, ҙур ғаиләгә әйләнгән. Һәр балаға ныҡлы иғтибар бүлеп, ҡәҙерләп үҫтергән ир менән ҡатын ҡәҙерлеләренә бер туғандар ише татыу булырға өйрәткән. Ғаиләлә йәнә өс сабый донъяға килгән. Шулай итеп, ете балалы булып киткән Шәймәрҙәновтар. Күптән түгел өй ҙә туйлаған улар. Йөҙ квадрат метрлыҡ ҙур йортто Әсәлек капиталы ярҙамында төҙөп ингәндәр. Урмансы булып эшләгән хужаның өйө ҡаланыҡыларҙан һис тә ҡайтыш түгел.
…Иптәштәрен генә һағынмаған икән Мәҙинә, уҡығыһы ла киләлер. Ҙур өйҙә әсәһе саҡ килеп тапҡанда, ҡыҙы китап ҡарап ултыра ине. Хужабикә сабыйына хәреф өйрәтеүҙе дауам итте.
Көн кискә ауышып килә. Ҡыҙыл Октябрҙең йәнә бер көнө тарихта ҡала. Эңер мәле көтөүҙән ҡайтып килгән мал тауышына күмелә. Халыҡ ҡапҡа төбөнә ашыға. Араларында ҡунаҡҡа ҡайтҡан ейәнсәре Алинаны күтәргән Гөлнара апай ҙа бар. Әйткәндәй, ул да ире Рауил менән, үҙҙәренең дүрт балаһынан тыш, баҡыйлыҡҡа күскән бер туған апаһының ҡыҙын үҫтерә. Тырыш Ибәтуллиндар күркәм йорт һалып ингән, ҡура тултырып мал аҫрайҙар. Тик йорт хужаһы, бында хеҙмәт урыны булмағанлыҡтан, Себер тарафында аҡса табырға мәжбүр. Кем белә, бәлки, мәле еткәс ул да тыуған ерендә шәхси эшен йәйелдерер.
…Ҡыҙыл Октябрҙә ҡыҙарып ҡояш байый. Иртәгә көндөң аяҙ булырына ишаралай ул.






Вернуться назад