Алда булһа ҙур теләк...13.05.2016
Алда булһа ҙур теләк... Һуңғы ваҡытта баш ҡаланың “Ирәмәл” сауҙа-күңел асыу комплексындағы “Театро” клубы милли-мәҙәни үҙәккә әйләнеп китте. Сараларҙың ниндәйҙәре генә үтмәй бында! Башҡорт КВН-ы булһынмы ул, шиғриәт кисәләреме... Конкурстар, төрлө кимәлдәге бәйгеләр, осрашыуҙар тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Иң мөһиме – бында сикләүҙәр юҡ. Хәйер, рухиәт, күңел берлеге булған ерҙә сикләүҙең булыуы мөмкин дә түгел. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – “Ирәмәл” сауҙа-күңел асыу комплексының генераль директоры урынбаҫары, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Гөлнур ҠОЛҺАРИНА.
– Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы, “Театро”­ның заманса һулыш алыуында, һис шикһеҙ, һеҙҙең өлөш бар, сөнки, ни тиһәң дә, һеҙҙе яҡшы ойоштороусы, әү­ҙем йәмә­ғәт эшмәкәре, тынғы­һыҙ һәм эҙ­лә­неүсән шәхес тип беләбеҙ. Баш ҡалалағы “Ирә­мәл” ише ҙур комплекста мил­ли мөхит тыуҙырыу ауыр бул­манымы?
– Эштең ауырын, еңелен һайламайҙар, һәр мәсьәләнең ҡатмар­лылығы, һәр башлан­ғыс­тың сетерекле ерҙәре була инде ул. Был осраҡта ла тота килеп кенә, һеҙ әйтмешләй, милли мөхит барлыҡҡа килмәне, әлбиттә. Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта урбанизация процесы йылдамлаша бара. Шуға күрә яңы фор­маттағы ҡала мәҙәниәте барлыҡҡа килтереү зарурлығы тыуа. Ни тиһәң дә, хәҙер Өфөлә үҙ телендә һөй­ләшкән, аралашҡан өсөнсө-дүртенсе быуын йәшәй. Барыһына ла яйлап өлгәшелде. Башта – шиғриәт байрамдары, осрашыуҙар, арала­шыуҙар, һуңынан – Башҡорт КВН-ы, гүзәллек бәйгеләре, төрлө кимәлдәге конкурс­тар... Билдәле яҙыусыларҙың ижад кисәләре лә матур йолаға әүерелеп бара. Әйткәндәй, бындай сараларҙың инеше шағир Азамат Юлдашбаевтың “Аҡлы-ҡаралы яҙмыш” исемле кисәһе менән башланып киткәйне. Артабан матур йоланы “Ҡош юлы” проектында ҡатнашыу­сыларҙың ижади йыйындары дауам итте. Алда булһа ҙур теләк...Сараларҙың тематикаһы төрләнде, географияһы ла киңәйҙе хәҙер, әммә маҡсат бер – аралашыу, “үҙ ҡаҙаныбыҙҙа” ҡайнау, “үҙеңдекен” һаҡлап алып ҡалыу. Хәҙер беҙ бында балаларҙы ла йәлеп итә башланыҡ. Балалар йорттары, үҫмерҙәр өсөн клубтар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырғанбыҙ. Төрлө йүнәлештәге хәйриә акциялары ла үтеп тора. Был мәрхәмәтлек саралары беҙҙең предприятиеның эшмәкәрлегенән һәм депутат ярҙамсыһы булараҡ минең иңгә һалынған дәүләт бурыстарынан тыш, йәмәғәт башланғысында башҡарыла. Төп эштәге ваҡыт ҡыҫынҡылығына ҡарамай, барыһына ла өлгөрөргә тырышабыҙ.
– “Театро”ны заман йәштәренә генә бәйләп ҡуйып, хаталандым буғай. Хәтерем яңылышмаһа, бер нисә йыл элек бында “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсә­һе” тигән бәйге лә ойошто­ролғайны. Рес­публика кимәлендә үткәрелгән төр­лө йүнәлештәге конкурстар, бәйге­ләр һымаҡ, был сара ла халыҡ араһында үҙ йөҙөн, тәғәйен урынын тапты. Ә бит матур башланғысҡа нәҡ һеҙ нигеҙ һалдығыҙ...
– Ысынлап та, бар күңелем менән бирелеп, яратып башҡарған проектым булды ул. Башланғысыбыҙҙы ниндәйҙер кимәлдә ҡатын-ҡыҙға, тәү сиратта ергә ерегеп йә­шә­гән һәм эшләгән гүзәл заттарыбыҙға ихтирам һәм иғтибар билдәһе тип аңларға кәрәк. Ғәҙәттә, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең съезы йә булмаһа конферен­цияһы маҡтау ҡағыҙҙары таратыу, бүләк­ләү тантаналары менән тамамлана. Һәм, әйтергә кәрәк, бындай сараларҙа маҡтау һүҙҙәре башлыса Өфө ҡалаһындағы әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар өлөшөнә төшә. Быға бер ҡаршылығым да юҡ, әлбиттә.
Өфө – баш ҡалабыҙ. Милләтебеҙҙең терәге булып торған күп зыялыларыбыҙ ошонда тупланған. Әммә “тылда” эшләүсе гүзәл заттарыбыҙҙы ла оноторға тейеш түгелбеҙ. Ауылда былай ҙа тормош еңелдән түгел: үҙ хужалығыңды алып барыу, ғаиләңде ҡарау, дәүләт эштәрендә ҡатнашыу... Ҡыҫҡаһы, мәшәҡәт етерлек. Шул уҡ ваҡытта, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ ғәм менән бер рәттән, йәмәғәт эшен дә алып бара алған, халыҡты туплап, берләш­тереп, төрлө ярҙам күрһәтеп, янып йәшәгән бөтмөр ҡатындарыбыҙ ҙа бихисап. Ошондай гүзәл заттарыбыҙҙы күрһәтергә, улар­ҙың өлгөһөн танытырға ине. Конкурстың асылы ана шул теләктән яралды ла инде.
Ғөмүмән, ошондайыраҡ форматта конкурс ойоштороу ниәте менән күптән яна инем. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиә­те­нең сираттағы идара ултырышында “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева менән бер­лектә ошо тәҡдимде башҡаларға ла еткергәс, проектты миңә ышанып тапшырып ҡуйҙылар. Оҙаҡламай рес­публика­быҙ­ҙың ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашҡан апайҙарыбыҙҙы, ҡыҙ­ҙарыбыҙҙы йәлеп итер өсөн башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында тарихтағы беренсе республика конкурсын иғлан иттек.
– Конкурс бик йәнле үткәйне. Иманым камил, ул матур йолаға ла әүере­леп китер.
– Йыл һайын булмаһа ла, ике-өс йылға бер ойошторорға ине иҫәп.
– “Батырҙар” мәктәбен дә әүҙем алып барыуығыҙҙы күҙ уңында тот­ҡанда, берәүгә лә үпкәләргә сәбәп юҡ. Ҡатын-ҡыҙ өсөн – бынамын тигән конкурс, ир-азаматҡа – көрәш менән шө­ғөл­ләнеү мөмкинлеге...
– Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың атаһы – легендар көрәш­се­ләребеҙҙең береһе Харис Монасип улы – Салауат районының Арҡауыл ауылында тыуған. Атаҡлы көрәшсенең улдары Марсель менән Морис (әйткәндәй, Морис ошоғаса Бөтә Рәсәй Билбау көрәше фе­дерацияһына етәкселек итте, әле – Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролта­йының башҡарма комитеты рәйесе һәм Силәбе өлкәһенең Билбау көрәше һәм милли көрәш буйынса федерацияһы президенты) атаһының шөғөлөн ташламай, көрәш буйынса уҙғарылған төрлө сараларҙа ба­ғыусы булып килә. Уларҙың һәм көрәшкә би­тараф булмаған бағыусыларҙың көсө, атап әйткәндә, финанс ярҙамы менән Башҡортостаныбыҙҙа һуңғы йылдарҙа ха­лыҡ-ара кимәлдә ике бәйге ойошторҙоҡ. Бе­реһе Билбау көрәше буйынса донъя ку­богы булһа, икенсеһе – бынан ике йыл элек Салауат ҡалаһында ойошто­ролған Бил­бау көрәше буйынса донъя чемпионаты.
Райондарҙа, ҡалаларҙа үткән төрлө ки­мәлдәге турнирҙарҙан да ситтә ҡал­майбыҙ. Һуңғы ваҡытта ырыу батырҙары көрәше йәнләнеп китте. Ейәнсура райо­нында – Үҫәргән, Ишембай районында – Юрматы, Ғафури районында Табын батырҙарын билдәләү матур йолаға әүерелеп бара. Быйыл тәү башлап Күгәрсен районында “Ҡыпсаҡ батыры” ойошторола башланы. Әлбиттә, спорттың был йүнәлешен үҫтереүсе, көйләүсе федерациялар, ойошмалар күп, был – уларҙың мөҡәддәс бурысы ла. Беҙ иһә мөмкин тиклем үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ, уларға этәргес биреп, кәрәк саҡта терәк, фекерҙәш булырға тырышабыҙ.
– Йәнә “Ирәмәл”гә әйләнеп ҡай­та­йыҡ. Яҡын арала бында тағы ниндәй саралар көтөлә?
– Әле яңыраҡ ҡына Башҡорт КВН лигаһының сираттағы миҙгеле ябылды. Еңеү байрамы алдынан ветерандар менән осрашыуҙар үтте. Ошо айҙың аҙағына балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр ҡатнашлығында социаль проект әҙерләйбеҙ. Үҫмерҙәр клубы ағзаларын да йыйып алырға иҫәп бар. Ғөмүмән, киләсәктә Өфө, яҡын-тирә райондар менән генә сикләнмәй, географияны мөмкин тиклем киңәйтмәксебеҙ. “Ирәмәл”дең мөхитендә һәр кемгә урын табыласаҡ. Беҙҙә кино, боулинг, бильярд, балалар өсөн уйын залдары бар, комплекс янында Өфөнө бейектән күҙәтеү ҡуласаһы урынлаштырылған.
– Социаль проект тигәндән, һеҙ – был изге эшкә күптән юл һалған кеше. Яңылышмаһам, бынан бер нисә йыл элек “Изге эштәр шатлығы!” тигән хәйриә акцияһы ла нәҡ һеҙҙең башланғысығыҙ менән ойошторола башланы, һәм ул бөгөн дә иң уңышлы проект булараҡ тормошҡа ашырыла.
– “Изгелек эшлә лә һыуға һал – балыҡ белер, балыҡ белмәһә, халыҡ белер” тиҙәрме әле? Бында ла шулайыраҡ килеп сыға инде. Хәйер, эш хатта проект авторы булыуҙа ла түгел. Иң мөһиме – идеяңды хуплаусы, күтәреп сығыусы фекер­ҙәштәрең булыуы. Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта йәштәр араһында гражданлыҡ әүҙемлеге һиҙелә: гел үҙең, шәхси мәнфәғәттәрең өсөн генә йәшәп булмағанын аңлап, мохтаждарға ярҙам күрһәтеү, төрлө социаль йүнәлештәге саралар ойоштороу менән шөғөлләнә башланылар. Шул уҡ “Изге эштәр шатлығы!” хәйриә акцияһы ла балалар йорттары, үҫмерҙәр клубтары тәрбиәләнеүселәре өсөн үҙе бер байрамға әүерелде. Акция барышында уларҙы спектаклдәр, популяр кинолар, йәнһү­рәттәр ҡарарға, төрлө спорт сараларына бушлай йөрөтәбеҙ, баш ҡалалағы мәҙәни-ял итеү урындарына алып сығабыҙ. Әйткәндәй, акция билдәле бер ваҡыт арауығы менән генә лә сикләнмәй. Саралар йыл дауамында бара.
– Һеҙҙең һәр эшегеҙ, һәр башлан­ғысығыҙ йәштәр тормошо менән үре­леп бара. Һеҙ ҡайҙа – шунда йәштәр, йәштәр ҡайҙа – шунда һеҙ...
– Унһыҙ ярамай ҙа. Яңы быуын бит беҙгә ҡарап үҫә, нығына. “Йәштәр – ки­ләсәгебеҙ” тип әйтергә күнеккәнбеҙ ҙә ул, әммә уларҙың беҙҙең бөгөнгө ысын­барлығыбыҙ ҙа булыуын онотмаһаҡ ине. Хәтерләйһегеҙме, тиҫтә йылдар элек Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты гөрләп эшләй ине. Ниндәй генә саралар ойошторолманы, ниндәй генә эштәр башҡарылманы ул йылдарҙа. Бөгөн иһә был структура Спорт министрлығы янында бер нисә кабинет менән сикләнгән. Ә бит йәшлек – ул иҫ киткес ҙур, киң даирә. Йәштәр сәйәсәтенә ҡараш­ты үҙгәртеү, уға ҡағылышлы норматив-хоҡуҡи базаны камиллаштырыу – күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Шәхсән үҙемә кил­гәндә, мин дә бит – ана шул “йәштәр мәк­тәбе”н үткән кеше. Шуға ла, ниндәй генә проект өҫтөндә эшләһәм дә, янымда йәштәр булыуын теләйем.
– Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы, һеҙҙе “Кө­мөш күгәрсен” милли йәмәғәт премия­һы менән бүләкләнеүсе булараҡ та беләбеҙ. Был бүләк, белеүемсә, ватан­сылыҡ тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныш­тар өсөн бирелә.
– Был награданы Чечен һуғышында вафат булып ҡалған Башҡортостан егеттәре тураһындағы ике томлыҡ “Хәтер китабы” авторы сифатында алдым. Кем нисектер, әммә мин бер ваҡытта ла хәрбиҙәрҙең яҙмышына битараф ҡарай алмайым. Бигерәк тә Афғанстан, Кавказ тарафтарындағы яуҙар тетрәндерҙе. 2000 йылда, республикабыҙҙа иғлан ителгән Йәштәр йылында, Өфө ҡалаһында Ҡораллы бәрелештәрҙә һәм эске һуғыш­тарҙа ҡатнашҡандарҙы социаль-психологик реабилитациялау үҙәген асып ебәргәс, был мөхиткә башкөллө сумдым. Беренсе, икенсе Чечен кампанияларынан ҡайтҡан егеттәребеҙҙең хәле, ысынлап та, аяныслы ине ул осорҙа. Ҡайҙа барып төртөлөргә, тыныс тормошҡа яраҡлашыуҙы нимәнән башларға белмәйҙәр ине. Гүйә, юғалып ҡалғайнылар. Үҙәктең етәк­сеһе булараҡ ул йылда республиканың төрлө район һәм ҡалаларында һигеҙ филиал асыуға өлгәштек. Белгестәрҙе Санкт-Петербургка ебәреп, психолог-реабилитолог һөнәренә уҡытып алдыҡ. Быныһы ла кәрәк ине, сөнки ул дәүерҙә, ышанаһығыҙмы-юҡмы, республикала һуғыштан ҡайтҡандарҙың күңелен дауалау менән шөғөлләнгән бер генә реабилитолог та юҡ ине. Маҡтан­майым, әммә тырышлығыбыҙ юҡҡа булманы. Күп егеттәребеҙ яңынан “терелде”, ысынбарлыҡты ҡабул итергә өйрәнде, күптәре белем алды, ғаилә ҡорҙо, тормошта үҙ юлын тапты. Ветерандар менән әле лә әүҙем эшләйбеҙ, Афған, Чечен һуғыштарында мәрхүм булып ҡалған егеттәребеҙҙең иҫтәлегенә бағышлап төрлө саралар ойошторабыҙ, уларҙың ата-әсәләре менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ. Дөйөм алғанда, матди йәһәттән дә, рухи яҡтан да ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһә­тәбеҙ. Мәҫәлән, 21 майҙа Стәрлебашта яугир-интернационалист Наил Рәжәпов иҫтәлегенә милли көрәш буйынса асыҡ турнир үткәрергә торабыҙ. Ошондай уҡ бәйге апрелдә Йылайыр районының Юлдыбай ауылында яугир-интернационалист Рафаэль Ҡолғарин иҫтәлегенә ойошторолдо. Эш бит бындай сара­лар­ҙың ҡайҙа, ҡасан, нисә тапҡыр үткәре­леүендә лә түгел. Иң мөһиме – хәтер. Хәтер бар икән, киләсәк тә бар...

Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.



Тимерйән РӘЖӘПОВ, Башҡортостандың Хәрби бәрелештәр ветерандары союзы рәйесе:
– Һуңғы ваҡытта үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән “Театро” клубына “эҫенеп” киттек. Ҡайҙа йылы, яҡты, шунда тартыла бит әҙәм балаһы... Бында, ысынлап та, рухи, мәҙәни, әхлаҡи заң бөркөлөп тора. Әле яңыраҡ ҡына клубта Афғанстан яугирҙәре менән осрашыу үтте. Рәхәтләнеп һөйләшеп ултырҙыҡ, хәтирәләрҙе яңырттыҡ, дуҫтарыбыҙҙы иҫләнек, күңелдәрҙе бушаттыҡ... Ойоштороусыларға, шәхсән Гөлнур Ғәлинур ҡыҙына рәхмәт! Ниндәй генә сара үткәрһәк тә, уның ярҙамын тоябыҙ.

Альберт РӘХМӘТУЛЛИН, билбау көрәше һәм көрәш буйынса дүрт тапҡыр донъя һәм Рәсәй чемпионы:
— Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы – төрлө яҡлап әүҙем кеше. Мин уны күптән беләм һәм ихтирам итәм. Бигерәк тә йәштәрҙә ватансылыҡ тәрбиәләүгә, спортты үҫтереүгә күп көс һалғаны өсөн. Район һәм ҡалаларҙа көрәш буйынса үткәрелгән барлыҡ спорт сараларын да тиерлек ойоштороуға ярҙам иткәнен көрәшселәр яҡшы белә. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы башҡарған эштәрҙең киләсәктә үҙ һөҙөмтәһен бирәсәгенә һәм беҙҙең Башҡортостандан билбау көрәше буйынса ла, милли көрәш буйынса ла яңы чемпиондар үҫеп сығырына ышанам.


Вернуться назад