Ирәмәл, Мораҙым, Шүлгәнташ...11.05.2016
Район үҙәгендәге балалар ижады йортонда “туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү” берләшмәһе эшләй. Уҡытыусыларҙың был өлкәлә дөйөм мәғлүмәт биреү менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалмайынса, йәштәрҙе республикабыҙҙың төрлө урындарына сәйәхәт ҡылдырыуы арҡаһында түңәрәк ағзалары йылдан-йыл арта.
Уҡыусылар походта палатка ҡорорға, карта буйынса йүнәлеште дөрөҫ билдәләргә, ашарға яраҡлы үҫемлектәрҙе танырға һәм башҡа оҫталыҡҡа өйрәнә. Быға ҡәҙәр улар Белорет районындағы Ирәмәл тауын “яулап” ҡайтты.
– Бейеклеккә үрләгәндә бер нисә урында туҡтап, ял итеп алдыҡ, – ти улар. – Ундағы ҡуйы урман эсендә йәшәгән йәнлектәрҙе, башҡа ерҙә осрамай торған үҫемлектәрҙе күрҙек. Ә инде легендар тауҙың үренә артылғас, һоҡланыуыбыҙҙың сиге булманы. Тирә-яҡта – хайран ҡалмалы гүзәллек, ғорур Урал тауҙары, бормаланып аҡҡан йылғалар, әкиәттәгеләй урман... Бындай матурлыҡ башҡа яҡта бармы икән?
Йәш туристар етәкселәре Айһылыу Йыһаншина менән бергә шулай уҡ Архангел районындағы Асҡын, Бөрйәндәге Шүлгәнташ, Күгәрсендәге Мораҙым мәмерйәләрендә булып, Башҡортостаныбыҙҙың бай тәбиғәтенә, боронғолоғона йәнә бер ҡат инанып, матурлыҡҡа хайран ҡалып ҡайтты. Ошондай ғәмәли ғилем уҡыусыларыбыҙға республика кимәлендә туризм йүнәлешендә үткәрелгән конкурстарҙа уңышлы сығыш яһау мөмкинлеген бирә.