“Беренсе”ләр беренселекте бирмәҫ!11.05.2016
Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары башҡа төбәктәрҙәге тиңдәштәре менән даими осрашыуға күнеккән. Күптән түгел, мәҫәлән, улар Мордовияның Саранск ҡалаһында үткәрелгән “Тере мәҙәниәт: йолалар һәм заман” VIII Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты.

Кино йылына арналған сарала шулай уҡ Сыуаш, Удмурт, Татарстан республикаларынан, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Ульяновск ҡалаларынан, төрлө өлкәлә­рҙән вәкил­дәр ҡатнашты. Конфе­рен­цияның маҡ­саты уҡыу­сыларҙың эҙләнеү эштә­ренә ҡеүәт биреү, күңел­дә­рендә дө­йөм кешелек ҡиммәттә­ренә ихтирамды арттырыу, ватан­сылыҡ тәрбиәләү ине.
Сара тарих, мәҙәниәт, фольклор, әҙәбиәтте өйрәнеү, этногра­фия, эколог-этнография, тел һәм мәҙәниәт, тыуған яҡты өйрәнеү секцияларына бүлеп ойошторол­до. VIII – IX кластарҙан 120 уҡыу­сы үҙҙәренең эҙләнеү эштәрен яҡлап ярышты, халҡының мәҙә­ниәте хаҡында һөйләне, милли мәсьәләләр буйынса фекер алышты.
Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһы уҡыусылары Мордовияға бишенсе тапҡыр килгәйне. Әлеге конференцияла IX кластан Азамат Зәй­нетдинов “Ҡумыҙ – ғаи­ләбеҙ реликвияһы” тигән тема буйынса эшен яҡланы, башҡа милләт вәкилдәрен башҡорттоң музыка ҡоралы менән яҡындан таныш­тырҙы, унда уйнап күрһәт­те, “оҫталыҡ дәресе” үткәрҙе. Йөк­мәткеле сығышы өсөн Азамат “Фольклор” секцияһында I урын яуланы. Етәксеһе – егерме йыллыҡ эш тәжрибәһенә эйә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы Альбина Ғәлина.
VIII кластан Илһам Бикбов иһә “Бал һүҙенең алтын кәрәҙ­ҙәре” тигән темаға сығыш яһап, “Тел һәм мәҙәниәт” секцияһында I урын­ға лайыҡ булды. Уны конфе­ренцияға Башҡортос­тандың мәға­риф алдынғыһы Зифа Искән­дәрова әҙерләгәйне.




Вернуться назад