Элекке журналистар булмай, тиҙәр. Ысынлап та, уй-кисерешен ҡағыҙға төшөрөп өйрәнгән кешенең ҡулы ҡәләм тотмай тора алмайҙыр ул. Ун һигеҙ йыл ғүмерен “Осҡон” гәзитендә хеҙмәт итеүгә бағышлап, унан башҡа урынға күскән Рәхимә Мусина ла яҙыуҙан айырылыуҙы күҙ алдына килтермәй.– Журналистиканы ысын күңелдән яратыр өсөн миңә был һөнәрҙән китергә кәрәк булған икән. Хәҙер үҙем теләгәнсә, йәнем теләгән темаға яҙыу мөмкинлегенә эйәмен, – ти ул. – Ҡасандыр бурыс тип кенә ҡараған хеҙмәттән әле рухи кинәнес алам.
Рәхимә Мөхитдин ҡыҙы дүрт йыл элек район китапханаһында эш башлай. Байрамдарҙы, ижад кисәләрен, осрашыуҙарҙы үҙенсәлекле, тәрән йөкмәткеле итеп ойоштора, ихласлығы менән рух мөйөшөнә халыҡты күпләп ылыҡтыра.
– Эштә редакцияла туплаған тәжрибәм ныҡ ярҙам итә, – ти замандашыбыҙ. – Журналист хеҙмәте аралашыу оҫталығына өйрәтте, райондағы һәр кеше менән тиерлек таныштырҙы.
“Осҡон”да оҙаҡ йылдар “Йәйғор” әҙәби битен сығарған, өс тиҫтәнән ашыу китаптың мөхәррире булған Рәхимә Мөхитдин ҡыҙының яңы урында тиҙ арала уңыш ҡаҙаныуына ғәжәпләнәһе түгел. Бында килеү менән хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙ өсөн “Йәнгүзәл” клубын да ойоштороп ебәргән. Әйтеүенсә, китапхана уға өр-яңы донъя асҡан, психология, эзотерика буйынса әҙәбиәткә “сумдырған”.
Әйткәндәй, Рәхимә Мусина алтын юбилейына “Хикмәтле был тормош” исемле икенсе йыйынтығын сығарҙы һәм үҙенең ижад кисәһе менән бергә китаптың исем туйын үткәрҙе. “Өлкәндәр өсөн тормош дәреслеге” тип баһаланылар баҫманы был сарала. Һәр кемдең күңеленә яҡын темаларҙы күтәрә шул Рәхимә: мөхәббәт, тоғролоҡ, дуҫлыҡ, киң күңеллелек, көнсөллөк, хыянат, ғәфү үтенә белеү… Уҡыусыға аҡыл өйрәтмәй, ә уны фәлсәфәүи уйға һала.
– Йыйынтыҡта үҙем йә таныштарым менән булған хәл-ваҡиғаларҙан, тормош күренештәренән сығып, тормоштоң ни тиклем хикмәтле, мөғжизәле булыуын әйтергә теләнем, – ти китап авторы.
Рәхимә – бар яҡлап ижадсы. Яҙыуға оҫта булыуынан тыш, ҡул эштәренә, бешеренергә, баҡса үҫтереүгә лә маһир ул. Энә һәм ырғаҡ менән бәйләгән кейемдәренә һоҡланмаған кеше юҡтыр.
Һәр минуттың ҡәҙерен белеп йәшәй Рәхимә Мөхитдин ҡыҙы. Ире Нафиҡ Ғәле улының, улдары Илшат менән Ильястың ихтирам-һөйөүе тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә әйҙәй ижадсыны.