Мәктәптәрҙә Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлектең ҡыҙыу осоро. Мәғлүм булыуынса, тәүге һынау (әҙәбиәттән һәм географиянан) 27 майҙа тапшырыласаҡ. Артабан иһә урыҫ теле (30 май), математика
(2 һәм 6 июнь) һәм башҡа предметтар килә. Һынау осоро – 20 июнгә тиклем. Унан ай аҙағына ҡәҙәр кисерерлек сәбәп буйынса имтиханда ҡатнаша алмағандар өсөн резерв көн ҡаралған.Һынау тапшырыу өсөн предметтар һайлау эше 1 февралдә тамамланды. Уҡыусылар йәнә йәмғиәтте өйрәнеү, физика, биология, тарих, химияға өҫтөнлөк биргән.
Башҡортостан Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республикала Берҙәм дәүләт имтиханын 20 470-тән ашыу кеше тапшырасаҡ. Былтырғы менән сағыштырғанда 984-кә аҙыраҡ. Имтихан алыу республика буйынса 103 пунктта ойошторола. Былтыр иһә 16-ға күберәк ине. Уларҙа ҡулайлаштырыу эше атҡарылған. Һөҙөмтәлә имтиханды үҙҙәрендә тапшырыу мөмкинлеге булмаған 640 сығарылыш уҡыусыһы (улар Көйөргәҙе, Йылайыр, Йәрмәкәй, Балтас, Ҡыйғы, Краснокама, Стәрлетамаҡ һәм Кушнаренко райондарынан) һынау урынына автобуста алып барыласаҡ.
Быйыл Мәғлүмәтте эшкәртеү буйынса төбәк үҙәген йыһазландырыу өсөн алты миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. Онлайн трансляциялы аудиториялар һаны 25 процентҡа арта. Биналар видеокүҙәтеү системаһы камералары менән йыһазландырылған, сигнализация үткәрелгән, һаҡ ҡуйыласаҡ.
Министрлыҡта әйтеүҙәренсә, быйыл БДИ-ны алдан тапшырыу этабында тәүге тапҡыр контроль-үлсәү материалдарын аудиторияла баҫыу һәм имтихан материалдарын сканерлау технологияһы ҡулланылған. Бының өсөн алынған принтерҙар, сканерҙар февраль-мартта уңышлы апробация үткән, техник белгестәр әҙерләнгән.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең Мәғарифта күҙәтеү һәм контроль буйынса идаралығы 2017 – 2019 йылдарҙа “технологик БДИ” системаһына күсеү бурысын ҡуя. Контроль-үлсәү материалдарын аудиторияла баҫыу, имтихан эштәрен сканерлау, уларҙы бәйләнештең һаҡланған каналдары буйынса электрон рәүештә ебәреү сығымдарҙы кәметеү мөмкинлеген бирәсәк.
Мәғариф министрлығында йәмәғәт күҙәтеүселәрен әҙерләү йәһәтенән ныҡлы эш алып барыла. Һынауҙы алдан тапшырыу этабына, мәҫәлән, 30 кеше аккредитация үткән. Быйылғы үҙенсәлекле яңылыҡ – йәмәғәт күҙәтеү эшенә БДУ-нан һәм БДПУ-нан 200-гә яҡын студент йәлеп ителә. Улар 26 апрелдә уҡыу үткән. Күҙәтеү эшендә шулай уҡ республиканың Йәмәғәт палатаһы, Дәүләт имтихан комиссияһы, Мәғарифта күҙәтеү һәм контроль идаралығы вәкилдәре лә ҡатнашасаҡ.
Ғәҙәттәгесә, республика Мәғариф министрлығының рәсми сайтындағы “БДИ-2016” бүлегендә БДИ-ға бәйле барлыҡ мәғлүмәтте табырға мөмкин. Өҫтәүенә ведомствола, шулай уҡ Мәғлүмәтте эшкәртеү төбәк үҙәгендә, муниципаль хакимиәттәрҙең мәғариф идаралыҡтарында, дөйөм белем биреү ойошмаларында халыҡ өсөн “ҡыҙыу линия” эше ойошторолған.