Спиваков скрипкасыларҙы йыйҙы11.05.2016
Өфөлә Владимир Спиваковтың I Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы асылды. Көс һынашырға төрлө илдәрҙән 12 кеше килде.

Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова уларҙы төбәк Башлығы һәм Башҡортостандың дүрт миллион халҡы исеменән сәләмләне. Уның әйтеүенсә, конкурстың мәшһүр скрипкасы һәм дирижер Владимир Спиваковтың тыуған яғында ойошторолоуы осраҡлы түгел.
– Сараны ойоштороу башланғысын Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тәҡдим итте, Владимир Теодорович уның менән килеште. Видеояҙмаларҙы тыңланыҡ. Жюри ағзаларына иң-иңдәрҙе һайлап алыу еңелдән булмаҫ, моғайын, – тине Әминә Шафиҡова.
Конкурс алдынан ҡатнашыусылар араһында йәрәбә һалынды. Бәйгене асыу бәхете Мәскәүҙән Мария Лундинаға эләкте. Өфөнән Анастасия Мамяшева сәхнәгә өсөнсө булып сыға. Скрипкасылар парадын Швециянан Даниэл Лозакович тамамлай.
Әле конкурстың халыҡ-ара жюри ағзалары Өфөгә килде. Владимир Спиваковты көтәбеҙ. Сара барышында Өфө дәүләт сәнғәт институты йәш скрипкасылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.


Вернуться назад