Йәнә шартлау, йәнә Грозныйҙа11.05.2016
Грозныйҙағы шартлау һөҙөмтәһендә зыян күргән Башҡортостан полицейскийҙарының исем-шәрифе асыҡланды. Улар – Нефтекаманан Вилдан Кашапов, Азат Шайморатов, Рөстәм Латипов, Илдар Исламов, Стәрлетамаҡтан Евгений Чумаченко һәм Дүртөйлөнән Радик Баймырҙин. Бәхеткә күрә, ҡаты яраланған Вилдан Кашапов әле иҫенә килгән.

Әйткәндәй, ул Чечняға командировкаға дүртенсе тапҡыр килгән. Ҡатыны Зөлфиә әйтеүенсә, ярты йыл хеҙмәт иткәндән һуң, егеттәр ошо көндәрҙә тыуған яҡтарына ҡайтырға тейеш булған. Ғаилә шартлау хаҡында яңылыҡтарҙан белгән.
– Бик ныҡ ҡурҡтыҡ, – ти Рөстәм Латиповтың ҡатыны Светлана. – Телефон аша һөйләшкәс, тынысландыҡ.
Башҡортостан егеттәре хеҙмәт иткән КПП-ла шартлау 9 майҙа иртәнге сәғәт 6-лар тирәһендә була. Тәртип һаҡсылары ике ирҙе туҡтата. Улар үҙҙәрен урындағы көтөүселәр тип таныта, һарыҡ һәм һыйыр эҙләүҙәрен белдерә. Асылда иһә был әҙәмдәр Грозныйға барып, Еңеү парадында шартлау ойошторорға ниәтләгән. Металл эҙләгестәр аша үткәндә улары “телгә килгән”. Боевиктарҙың берәүһе атып үлтерелгән, ә икенсеһе шартлатыу ҡулайламаһына баҫып өлгөргән.


Вернуться назад