Картуфлы, тимәк, икмәкле11.05.2016
2015 йыл йомғаҡтары буйынса республикабыҙ илдең картуф үҫтереүҙә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән биш төбәге иҫәбенә инде.

Былтыр Воронеж өлкәһендә картуфтың уңышы 1 миллион 809 мең тоннанан ашыу, Татарстанда – 1 миллион 590 мең самаһы, Брянск өлкәһендә – 1 миллион 315 мең тонна, Красноярск крайында – 1 миллион 151 мең тонна самаһы, Башҡорт­останда иһә 1 миллион 133,5 мең тонна тәшкил иткән. Ил буйынса дөйөм алғанда, былтыр картуф етештереү 6,8 процентҡа артҡан һәм 33,6 миллион тоннаға еткән.
Республикабыҙҙа картуфтың 96 процентын шәхси ярҙамсы хужалыҡтар үҫтерә. Төбәктә был культура 90 мең гектар майҙанды биләй. Шуның 3,4 мең гектары ауыл хужалығы предприятиеларына һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына тура килә. Быйыл Башҡортостанда картуфты 3,1 мең гектар ерҙә сәсергә ниәтләйҙәр.


Вернуться назад