Токарҙар ниңә аҙ11.05.2016
Токарҙар ниңә аҙ Белеүебеҙсә, элек эшсегә ҡарата хөрмәт ифрат ҙур ине. Уға лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнде, торлаҡ бирелде, социаль гарантиялар, ташламалар ҡаралды. Һуңғы йылдарҙа иһә күпселек йәштәрҙең һөнәр алырға атлығып тормауы, фәҡәт юғары уҡыу йорттарына ынтылыуы хаҡында йыш һөйләйбеҙ. Һөҙөмтәлә аҙаҡ хеҙмәт урыны тапмай йонсойҙар. Ә шул уҡ ваҡытта заводтар эшселәргә ҡытлыҡ кисерә. Мәҫәлән, әле токарь табыуы ҡыйын икән.
Ошо мәсьәләне ниндәйҙер кимәлдә хәл итеү, йәштәр күңелендә эшсе һөнәрҙәргә ҡарата ҡыҙыҡ­һыныу уятыу маҡсатында “Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” йәм­ғиәтендә “Иң яҡшы токарь” республика конкурсы ойошторолдо.
Уҡытыу-етештереү оҫтаханаһын­да алма төшөрлөк тә урын юҡ. Ҡорамалдар әҙер, һәр береһе белгесте көтә. Һынау майҙанына сыға­саҡ йәштәрҙең йөҙөндә еңелсә тулҡынланыу һиҙелә. Ни тиһәң дә, туған коллективтары уларға ышаныс белдергән, тимәк, һынатырға тейеш түгелдәр. Бергә килгән фекер­ҙәштәре төрлө кәңәш бирә, тәҡдимен еткерә.
Ул арала ярышҡа старт бирелде. Шартлы рәүештә билдәләнгән деталде 40 минут эсендә етештереү бурысы йөкмәтелде конкурсант­тарға. Был эште башҡарғас, бәйге­селәр теория буйынса ла һынау тотто.
Өфө, Октябрьский, Күмертау, Благовещен, Туймазы ҡалалары заводтарынан килгән егеттәр айырыуса ҙур тәүәккәллек күрһәтте. Араларында “Өфө моторҙар эшләү берекмәһе”нең данын яҡлаған Рус­лан Ишбулатов сығышы менән Нуриман районынан икән.
– Бәләкәйҙән ҡала заводтарының береһендә токарь йәки фрезеровщик булып эшләргә хыяллана торғайным, – тине ул. – Мәктәпте тамамлағас, маҡсатымды тормошҡа ашыра башлау ниәтендә Өфөнөң 52-се һөнәрселек училищеһына юлландым. Әле йәмғиәттең 11-се цехында эшләйем.
Күмертау ҡалаһындағы “КүмАП” йәмғиәтенең 4-се разрядлы токары Николай Афанасьев иһә, армиянан һуң ғына заводҡа өйрәнсек итеп алынһа ла, хеҙмәт баҫҡысынан йылдам күтәрелгән. Байтаҡ конкурста еңеү яулап өлгөргән.
– Эшсе һөнәре һәр саҡ алдынғы сафта ҡала, – ти ул. – Йәштәр уның өҫтөнлөгөн тойоп үҫһен, абруйын арттырыуға үҙ өлөшөн индерһен өсөн мәғариф һәм сәнәғәт тармаҡ­тарының уртаҡ маҡсатта эшләүе, хеҙмәттәшлекте тағы ла нығытыуы мөһим.
Конкурс һөҙөмтәһенә ярашлы, “Иң яҡшы токарь” исеменә лайыҡ булған Константин Ширяев (“Гидравлика” йәмғиәтенән) Тула ҡала­һында үтәсәк Рәсәй конкурсында ҡатнашыу хоҡуғын алды.



Вернуться назад