Рәхмәт!11.05.2016
Өфө ҡалаһы

Рәхмәт. Ҡыҫҡа ғына, әммә киң мәғәнәле һүҙ ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны көндәлек тормошта әйтергә онотабыҙ.


Һәр кис йоҡлар алдынан донъяның ни ҡәҙәр матур булыуы хаҡында уйланам. Бәхетем сикһеҙ. Уны миңә мәрхәмәтле Семеновтар бүләк итте. Был ғаилә мине Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт республика балалар йортонан патронат тәрбиәгә алды.
Улар менән үткән һәр көнөмдән кинәнес алам. Эйе, бәхет ғаиләлә шул. Яҡындарың яныңда икән, бер ни ҙә ҡурҡыныс түгел. Атай-әсәйемде көн дә ҡосаҡлап: “Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерлеләрем!” – тип әйтеп торғом килә. Был һүҙҙәремде бөтөн донъя ишетһен ине!

Мария ДОРОВСКИХ.


Алдынғы сафта

Беҙҙең класташтар
Бик тә дуҫ йәшәй,
Бар ҡушылғанды
Бергәләп эшләй.
Уҡыуҙа ла беҙ
Артта ҡалмайбыҙ,
Һәр бер теманы
Бик тиҙ аңлайбыҙ.
Спорт яғынан да
Беҙ – иң алдынғы.
Футболда барын
Артта ҡалдырҙыҡ.

Әсғәт ЙӘҺҮҘИН.



Борай районы

Ер ҙә ҡыуана


Яҙғы матурлыҡты күреп,
Күңелдәр ҡанатлана.
Оя ҡорған ҡошсоҡтар
Айырыуса шатлана.

Яңы тормош башлауы –
Ҙур һөйөнөс, тантана.
Тыуған ер ҙә ҡыуана
Ҡоштары ҡайтҡанына.

Өҙмәйек!

Урман эсендәге был сәскәнең
Умырзая тиҙәр исемен.
Ғүмере ҡыҫҡа уның, өҙмәйек,
Хәстәрләп һаҡлайыҡ яҙ йәмен.

Рита ҠАСИМОВА.
Борай ауылы.




Вернуться назад