Олатайҙан – оло һабаҡ11.05.2016
Фаяз олатай тырыша-тырыша бал ҡорттарына рам яһай ине. Уның янына биш йәшлек ейәне йүгереп килде.
– Нимә эшләйһең ул, олатай?
– Ҡорттарға рам яһайым.
– Ә ниңә? Уларҙың фотоһын ҡуйырғамы?
– Юҡ, улым. Мин яһаған рамға ҡорттар кәрәҙ ҡоя, уны бал менән тултыра.
– Ә балды ҡайҙан алалар һуң?
– Төрлө-төрлө сәскәнән. Уларҙың һутын ауыҙына, бөрләтәүенә тултырып алып ҡайталар.
Малай олатаһына һорау артынан һорау яуҙырҙы. Быға ҡәҙәр ул алмағас баҡсаһындағы умарталарға әллә ни иғтибар бирмәй, ҡорттар бызылдап баҫтырғанда ғына өйгә йүгереп инеп китә торғайны. Олатаһы иһә әлеге һорауҙарға ихлас яуап бирҙе.
– Ҡорттоң күҙе, танауы, ауыҙы бармы? – тип ҡыҙыҡһынды ейәне.
– Башында биш күҙе, ауыҙы, ике мыйығы урынлашҡан, – тип аңлатты олатаһы. – Күҙҙәренең өсәүһе ябай, улар умарта эсендә хеҙмәт итә, таң атҡанын, эңер төшкәнен аңғарта. Ә башҡа икәүһе тышта осҡанда күрә.
Ауыҙындағы аҫҡы тештәр, ирен һәм тел барыһы бергә һутты һурып алырлыҡ томшоҡто хәтерләтә. Мыйыҡтарында еҫ һиҙеү ағзалары урынлашҡан.
– Ә аяҡтары нисәү?
– Алтау. Бәләкәй генә булһалар ҙа, ҡатмарлы, яуаплы эш башҡаралар. Ни өсөн тигәндә, уларҙа кәрзинкә урынлашҡан, кәүҙәләге сәскәнән йыйылған һеркә бөртөктәре шунда һыпырып төшөрөлә бара.
– Бал ҡортоноң ҡанаты икәүҙер?
– Юҡ, дүртәү. Алғылары артҡы­лары­нан ҙурыраҡ. Бал ҡорттары сәғәтенә уртаса 20 – 30 саҡрым тиҙлектә оса. Ә буш йөрөгәндә 65 километрға етеүе ихтимал. Һутты мул туплаған хәлдә иһә осоу тиҙлеге сәғәтенә ике саҡрымдан артмай. Бал ҡортоноң эшмәкәрлеген, һин үҫә биргәс, ныҡлыраҡ өйрәнербеҙ, улым.
– Ә быны белеү мотлаҡмы, олатай? Бал ҡорто тормошта ниңә кәрәк һуң?
– Улар – Хоҙай тарафынан кешеләргә йәшәүгә ярҙам итеү өсөн ебәрелгән йән эйәләре. Балдың дауалау көсө, әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ата-бабаларың борон-борондан умарта тотҡан, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән. Изге эште һинең дауам итереңә ышанам, улым.
Малай ризалығын белдереп, ихлас баш ҡаҡты.


­




Вернуться назад