Сыйырсыҡ йырлап уятты11.05.2016
Олатайым ҡала эргәһендә өй һалып бирҙе. Яңы йылдан шунда йәшәйбеҙ. Ағас йортта шундай рәхәт!
Эш тә күп бында. Ҡыш атайым менән мейескә яғыр өсөн көн дә тыштан утын индерҙек, ҡар көрәнек. Ә яҙ башында әсәйем һуған, һарымһаҡ, борос сәсеп, тәҙрә төбөнә ҡуйҙы.
Миңә иһә яңы эш асылды. Бер көн мәктәптән ҡайтҡас, электр сымында ултырған ҡош күҙгә салынды. Ул берсә мунса ҡыйығына йә ағас ботағына барып ҡуна. Ҡап-ҡара ғына үҙе.
– Сыйырсыҡ оя эҙләй... – тип ҡуйҙы әсәйем.
Миңә оят булып китте. Ниңә алдан уйлап, оя яһап ҡуймаҫҡа?
Атайым ҡайтҡас, икәүләп эшкә тотондоҡ. Тиҙ арала матур оя барлыҡҡа килде. Атайым уны алмағас эргәһенә урынлаштырҙы.
Иртәнсәк иһә сыйырсыҡтың йырына уянып киттем. Оя өсөн рәхмәт әйткәндер ул.




Вернуться назад