Изгелек нигеҙен һаҡлар оран11.05.2016
“Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ!..”
Район мәҙәниәт һарайынан яңғыраған ошо һүҙҙәр Бөрйәндең оранына әйләнде кеүек. Мәктәпкәсә йәштәге балалар әйтте уны. Кескәйҙәр араһында үткәрелгән “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында 60-ҡа яҡын йәш бәйгесе майҙан тотто.
Яҙма ҡомартҡыға, уны өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә Бөрйәндә. Район хакимиәтендәге мәғариф идаралығының методика бүлеге етәксеһе Роза Ғүмәрова әйтеүенсә, эпос төбәктәге һәр балалар баҡсаһында әҙләп ятлатыла башлай. Һөҙөмтәлә башланғыс мәктәпте тамамлағанда уҡыусыларҙың күбеһе әҫәрҙе тулыһынса өйрәнгән була.
Әлбиттә, ата-әсә, олатай-өләсәй ярҙам итмәһә, сабыйын ҡеүәтләп тормаһа, эштә уңыш йылмаймаҫ ине. Төп этәргес – улар. Яҙма ҡомартҡының тәрбиәүи көсөн, күңелдәргә үтеп инеү ҡеүәтен ныҡлы аңлай өлкәндәр. Ана бит, сәхнәлә сығыш яһаған ул-ҡыҙҙарына ҡайһылай һоҡланып, ғорурланып ултыралар!
Ә кескәй сәсәндәрҙең йөрәгенән, гүйә, ут сәселә! Уҡ-һаҙаҡ менән “ҡоралланған” йондоҙ күҙле малайҙарҙың, күбәләктәй осоп-төшөп бейегән ҡыҙсыҡтарҙың ихлас сығышы, ҡурай моңо, думбыра сыңы боронғо дәүергә алып китте кеүек. Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, дөрөҫлөк менән ялған, ғәҙеллек һәм намыҫһыҙлыҡ көрәшендә тәүгеләренең өҫкә сығыуынан бәләкәстәрҙең күңелендә еңеү тантана итте, йөҙҙәрендә ғорурлыҡ, йылмайыу балҡыны.
Сығыштар өс-дүрт, алты-ете йәшлектәр араһында айырым баһаланды. Һәр төркөмдә тәүге урындар билдәләнде, төп бүләктең хужаһы асыҡланды. Өҫтәүенә бәләкәстәр “Иң йәш сәсән”, “Халҡым ҡомартҡыһын һаҡлаусы”, “Өмөт”, “Рух һаҡсыһы”, “Аманат тапшырыусы”, “Ышаныслы киләсәк” һәм башҡа номинацияларҙа еңеү яуланы.
Эпостың 100-ҙән алып 300-гә ҡәҙәр юлын ятлауға өлгәшкән мәктәпкәсә йәштәге балалар ихлас һөйөндөрҙө. Тот та бөгөндән республика конкурсына ебәр үҙҙәрен!
– Балалар, һеҙ барығыҙ ҙа – еңеүсе, – тине сараны ойоштороусылар, йәш бәйгеселәрҙе тәбрикләп. – Байрамдың ҙур майҙан туплауы, эпосты өйрәнгән бәләкәстәрҙең йылдан-йыл арта барыуы өсөн тәү сиратта ата-әсәгә, тәрбиәселәргә, уҡытыусыларға ҙур рәхмәт. Артабан да уртаҡ маҡсатта ең һыҙғанып эшләһәк, Урал батыр эҙҙәрен һаҡлаған сал тарихлы Бөрйән ере киләсәктә лә рух, талант, ихласлыҡ, изгелек төбәге булып ҡалыр.