Ҡайын һыуы тәмлеме?11.05.2016
Мәсетле районы

Ял көндәренең береһендә атайым менән урманға барҙыҡ. Көн йылы, күк йөҙө аяҙ, ҡоштар һайрай.

– Ҡайын һыуы эскең киләме? – тип һораны атайым.
– Эйе!
Ҡайынлыҡҡа табан киттек. Унда ағастар ҡояшҡа ҡыуанып ултыралыр тигәйнем. Илайҙар икән... Кемдәрҙер бер нисә ағастың тәнен яралап киткән. Балта сабылған урындан “туп-туп” итеп йәш тама.
Мүк табып килтереп, “яра”ларҙы ҡаплап ҡуйҙыҡ. Ағастар, рәхмәт әйткәндәй, елгә бәүелеп алды.
– Ҡайын һыуы эсәһеңме? – тип йәнә һораны атайым.
– Юҡ, – тинем. – Ағасты илатҡым килмәй.
Л. БИЛАЛОВА.
Иҫке Мишәр ауылы.




Ишембай районы

Урамдан йырлап үтәбеҙ


Милли батырҙарыбыҙ бик күп. Араларында генерал Миңлеғәле Шайморатов та бар. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының батыр, ҡыйыу командиры булған.

Уҡытыусыбыҙ Шайморатов тураһында күп мәғлүмәт бирҙе. Ҡадир Даяндың ҡаһарманға бағышланған шиғырын да уҡыныҡ.
Өйҙә иһә Юнир олатайым был әҫәргә яҙылған йырҙы башҡарып күрһәтте, миңә лә өйрәтте. Эй, ҡыуандым! Мәктәпкә барғас, класташтарыма йырлап күрһәттем. Бик оҡшаттылар.
Дәрестә “Шайморатов генерал”ды бергәләп өйрәндек, маршҡа баҫып йөрөнөк. Хәҙер мәктәптән дә күмәкләп йырлап ҡайтабыҙ.

Гөлүзә УСМАНОВА.
Яңы Әптек ауылы.







Баймаҡ районы

Миҙгел йәме

Талпынышып ҡоштар ҡайтты
Тыуған яғыма.
Йәшел күлдәк – бүләк яҙҙан
Аҡ ҡайыныма.

Бөҙрәләнде ер күкрәге
Төрлө сәскәнән.
Сәләм бирә күбәләктәр
Бер-береһенә.

Зөлфирә ЙОМАҒУЖИНА.
Ярат ауылы.









Ғафури районы

Йомарт мәл

Яҙғы ҡояш ғәжәп йомарт –
Һибә көлтә нурҙарын.
Ҡоштар яңы оя ҡора,
Көйләп моңло йырҙарын.

Ҡыуаҡтар ҙа ашығалар
Йәмләргә тыуған ерен.
Май айында ғына, беләм,
Сәскә ата күк сирень.

Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА.






Вернуться назад