Халыҡ хәтерендә мәңге йәшәр11.05.2016
Илебеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышының ялҡын-һөрөмө теймәгән өй ҡалмағандыр. Ауырлыҡ һәр ғаиләнең иңенә төштө һәм күңелдәрҙә яра булып һаман да йәшәй. ...Илебеҙгә фашистарҙың баҫып инеүе тураһында хәбәр килгәс, районда митингтар үткәрелде. Унда Тыуған илебеҙҙе һаҡларға әҙерлек белдереп, бөтөн халыҡ дошманды еңеү өсөн барлыҡ көсөн һалып эшләргә һүҙ бирҙе.
Учалы районынан фронтҡа ун өс меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ алынды. Күптәре әйләнеп ҡайта алманы. Дүрт меңгә яҡын яугиргә генә тыуған еренә аяҡ баҫыу бәхете тейҙе. Улар араһында Советтар Союзы Геройы Й.Ө. Сөнәғәтуллин, Дан орденының тулы кавалерҙары Ә.Ғ. Хөснөтдинов, П.И. Поспелов бар. Х.Р. Әхмәтғәлингә, М.А. Ташкинға, А. Г. Серебрянниковҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелде. Уларҙың батырлығы алдында баш эйәбеҙ. Район халҡы һуғыш дауамында Ҡыҙыл Армия яугирҙәренә күпләп йөн, һарыҡ тиреһе, бейәләйҙәр, фуфайкалар, аҡса, аҙыҡ-түлек йыйып оҙатты. Яу осоронда ла Бәләкәй Учалы, Миндәк рудниктары, Поляковка прииск идаралығы алтын сығарыуҙы дауам итте. Ҡатын-ҡыҙ һәм үҫмерҙәр, ал-ял белмәй, көнөнә 10-12-шәр сәғәт эшләне. Бәләкәй Учалы руднигында алтын табыу күләме күпкә артты. Уға күп тапҡыр СССР-ҙың Ҡара һәм төҫлө металлургия буйынса дәүләт комитетының, СССР Министрҙар Советының күсмә Ҡыҙыл байрағы, ике тапҡыр Оборона дәүләт комитетының Ҡыҙыл байрағы тапшырылды.
...Бөйөк Ватан һуғышының утлы йылдары алыҫая бара, ләкин фронтта һәм тылда күрһәтелгән батырлыҡ киләсәк быуындарға өлгө булып торасаҡ, халыҡ уларҙы мәңге онотмаясаҡ, баш эйәсәк.