Уларҙың да өлөшө бар11.05.2016
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙә атайым менән әсәйемдең дә өлөшө бар.
Атайым Сәлим Талхин Белорет районының Шығай ауылында тыуа. Фронтҡа 1942 йылда пулеметсы булып алына. Күп тапҡыр яралана, ике тапҡыр “һәләк булған” тигән хәбәре килә. Кенигсберг янындағы алышта ҡаты яраланып, 1945 йылдың авгусында тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Уға тапшырылған наградаларҙың иҫәп-хисабы юҡ.
Әсәйем Мөнирә Ғизетдин ҡыҙы ла яҡты киләсәк өсөн ал-ял белмәй эшләй. Намыҫлы хеҙмәте бихисап награда менән билдәләнә. Бөйөк Ватан һуғышында атайым менән әсәйемдең ағалары ла һәләк була. Хәсән бабайым тураһында мәғлүмәт “Хәтер” китабына ингән.
Атайым менән әсәйем ете бала үҫтерҙе. Илде, телде яратырға, намыҫлы кеше булырға өйрәтте.