Силәбеләр әсәләрҙе хөрмәтләй13.03.2012
Силәбе башҡорттары ҡоролтайы, Арғаяш районындағы күп балалы әсәләрҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ҡотлап, район мәҙәниәт йортонда “Ҡатын-ҡыҙ. Мөхәббәт. Яҙ” тигән тантаналы кисә үткәрҙе. Унда күп балалы әсәләргә премия тапшырылды.
Силәбе өлкәһенең билдәле башҡорт спортсылары Эльбрус Ниғмәтуллин, Денис Шафиҡов, Сабир Сөләймәнов, Руслан Йосопов ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
“Ҡолой моңдары”, “Айгөл”, “Уралым”, “Миләш”, “Солтай ҡыҙҙары”, “Йәшлек”, “Тамсылар”, “Хазина” коллективтары концерты әсәләргә ижади бүләк булды. Башҡортостандан популяр йырсы, “Гәлсәр һандуғас” республика конкурсы лауреаты Рәдиф Зариповты тамашасылар алҡыштарға күмде.
Ойоштороусылар өлкәнең төрлө райондарында һәм ҡалаларында ошондай кисәләр үткәреүҙе дауам итергә ниәтләй.
М. ӘМИНЕВА.


Вернуться назад