Шәхестәрҙән ҡалған мираҫ11.05.2016
Юлыҡ ауылының уртаһында тәҙрәһеҙ боронғо йорт тора. Был өй – үҙе бер тарих. Элек китапхана булған ул. Рух мөйөшөндә Мирхәйҙәр Фәйзи ижад иткән.

Әҙип Юлыҡта йәшәгән, эшләгән ваҡытын ғүмеренең иң уңышлы, матур осоро тип иҫкә алған. “Ғәлиәбаныу“, “Ҡыҙыл йондоҙ“, “Аҫылйәр” пьесаларын ижад иткән, “Аҡ ҡалфаҡ”ты яҙа башлаған.
Башҡортостандың күренекле композиторы Рәүеф Ғәбитов та – ошо ауылдан. Ул да китапханаға йыш йөрөгән. “Сал Урал” симфонияһын ижад иткән композитор тыуған төйәгенә, иленә дан йырлай. Көй республикабыҙҙың гимны булып бөгөн дә яңғырай.
Юлыҡ ауылында тыуып үҫкәндәр араһында халыҡтың яратҡан артисы Хәмзә ағай Ҡурсаев та бар. Сибай театрында оҙаҡ йылдар уңышлы эшләне ул.
Юлыҡ ауылы халҡы әлеге бинаны һаҡлап ҡалырға, хәстәрлек күрергә тип янып йәшәй.
– Был йорт – беҙгә бөйөк шәхестәрҙән ҡалған мираҫ, – ти Юлыҡ ауылы аҡһаҡалы Шакирйән Фәтхетдинов. – Был өйҙөң бер тәҙрәһенән Мирхәйҙәр Фәйзи ҡараһа, икенсеһенән Закир (ҡушаматы – Дәрдмәнд) менән Шакир Рәмиевтәр күҙ һалған төҫлө. Йортто һаҡлап ҡалыу, ҡурсалау өсөн ауыл халҡынан бихисап ҡултамға йыйылды.





Вернуться назад