Өсмөйөш хаттар11.05.2016
Ус төптәрен бешерә
Фронттан килгән хаттар.
Хәбәр ҙә ебәрә алмай,
Башын һалды ир-аттар.
Кем ғәрип, ер ҡуйынында,
Билдәһеҙлек өлөштәре.
Етем йөрәкте телә
Хәбәр өсмөйөштәге.
Шул өсмөйөшкә һыйған
Ҡурҡыу ҡатыш тулы хистәр,
Яуланған Еңеү шатлығы.
Татығандар мәңге иҫләр.
Музейҙарға йәдкәр булһын
Иҫтәлекле был хаттар.
Уларҙа – яугир сәләме,
Уларҙа – илгә анттар!