Эҙләгеҙ, өмөтөгөҙҙө өҙмәгеҙ!11.05.2016
Сажидә өләсәйебеҙҙең тәүге ире Сәхиулла Әбдрәшитов Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Яңы Усман ауылынан фронтҡа оҙатылған һәм хәбәрһеҙ юғалған. Бығаса уның хаҡында бер ни ҙә билдәле түгел ине. Яңыраҡ интернет селтәрендәге “Мемориал” дөйөмләштерелгән мәғлүмәт банкы аша яугирҙең ҡайҙа ерләнгәнен асыҡланыҡ.
Рядовой Сәхиулла Әбдрәшитов 1941 йылдың 2 октябрендә Смоленск өлкәһенең Ельня ҡалаһы янында әсирлеккә эләгеп, ғүмеренең һуңғы көндәрен концлагерҙа үткәргән икән. 1942 йылдың 24 февралендә вафат булған, Германияның Бранденбург ерендәге Либенверда ҡалаһында ерләнгән. Ошоғаса мәғлүмәттәр табылмауының сәбәбе шунда: ашыҡ-бошоҡ тултырылған документтарҙа бик күп хатаға юл ҡуйылған. Мәҫәлән, шәхси карточкаһында исем-шәрифе “Абдрашитов Сахрулла Абильхаирович” тип күрһәтелгән. Тыуған ере иһә “Биржанский район, д. Ново-Осман” тип билдәләнгән. Ҡатынын да “Тажита” тигән дә ҡуйғандар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өләсәйебеҙ иҫән сағында тәүге иренең яҙмышын белә алманы. Бәлки, шулай яҡшыраҡ та булғандыр...
Әйткәндәй, әлеге сайтта ауылыбыҙҙан һуғышҡа алынған тағы бер нисә кешенең исеме табылды. Уларҙың да документтары хаталы. Мәҫәлән, хәрби авиация лейтенанты Зәкәриә Әбдрәшитовтың исеме “Захар”ға әйләнгән, тыуған ауылы – “Новая Устан”.
Гәзит уҡыусыларға мөрәжәғәт итеп, хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙе эҙләгәндә өмөт өҙмәҫкә саҡырам. Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаҫ!