“Иҫән ҡалһам, балаларымды уҡытасаҡмын”11.05.2016
Атайыбыҙ Ғиҙелхаҡ Байморатов Күгәрсен районының мөғжизәле Мораҙым тарлауығынан 12 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Икенсе Түкәт ауылында тыуған. 1941 йылдың 21 авгусында бер туған ҡустыһы Хөснөлхаҡ менән бергә һуғышҡа алына. Яуҙа күп тапҡыр йәрәхәтләнә. 1944 йылда демобилизацияға эләгеп, ауылға әйләнеп ҡайта. Үкенескә ҡаршы, Хөснөлхаҡ ағай һуғышта һәләк була.

Атайым тыуған еренә иҫән ҡайтыуҙы үҙе бер мөғжизә тип иҫәпләй һәм ҡалған ғүмеренең аҙағына тиклем шул бәхет хисен тойоп йәшәй. Ауылдаш­та­рының ҡот осҡос аслыҡта, юҡсыл­лыҡта, фәҡирлектә ғазапланғанын күреп, йәне әрнегән уҙаманды “Правда” колхозы рәйесе итеп һайлап ҡуялар. Көн-төн йүгерһәң дә бөтмәҫ колхоз эше, ҡатын-ҡыҙҙарға, бала-сағаға, ҡарт-ҡороға етәкселек итеү, уларҙы хәстәрләү, Совет Армияһына аҙыҡ-түлек, посылка әҙерләп ебәреү бурыстары атайымдың иңенә төшә.
Ҡәҙерлемдең бала сағы, үҫмер йылдары ла ифрат ауыр һәм ҡатмарлы осорға тура килә: ике йәше тулғанда Беренсе донъя һуғышы башлана, биш йәшендә ауырыу әсәһе ҡулында ҡала. Унан Октябрь революцияһы, Граждандар һуғышы, 1921-1922 йылдарҙағы ҡот осҡос аслыҡ... Етмәһә, бәләкәй генә башҡорт ауылы Тирмәндә мәктәп тә, айырым уҡытыусы ла, мулла ла булмай.
Шуға күрә атайыбыҙ ғүмере буйы белемһеҙлектән яфа сигә. Һуғышта сағында, әгәр иҫән ҡалһам, балаларымды уҡытасаҡмын, барыһына ла юғары белем алыуҙы тәьмин итергә тырышасаҡмын, ғүмеремде ошо изге маҡсаттарымды тормошҡа ашырыуға арнаясаҡмын, тип үҙ-үҙенә һүҙ бирә.
Өлкән улы Хәләфтең Мораҡ педагогия училищеһына уҡырға инеүе һәм, уны тамамлап, 30 йылдан ашыу үҙебеҙҙең Икенсе Түкәт башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләүе атайыбыҙҙың тәүге ғорурлығы һәм шатлығы булды.
Артабан тағы ла бер улы Әбделхай шул уҡ педучилищены тамамлап, Башҡорт дәүләт университетында белем ала, Свердловск юридик институтында ситтән тороп уҡыны һәм 40 йылдан ашыу бер урында адвокат булып эшләне. Уның Өфө ҡала Советы депутаты ла булыуына сикһеҙ һөйөндө атайым. Ундай белгестәр беҙҙең халыҡ араһында, республикабыҙҙа бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине.
Атайымдың кинйә улы Булат, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡтағы филиалын тамамлап, ғүмерен мәғарифҡа арнаны.
Атайыбыҙ ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең дә юғары белемле, квалификациялы белгестәр булып үҫеүен теләне. Яҡындары аманатына тап төшөрмәне.





Вернуться назад