Яралары һыҙлаһа ла, йөрәктәре йылы бөрктө11.05.2016
Яралары һыҙлаһа ла, йөрәктәре йылы бөрктө Был донъяла һәр ҡайһыбыҙҙың яу юлдарын үткән, һуғыш михнәттәрен үҙ иңендә татыған яҡындары барҙыр. Минең өсөн иһә ундай кешеләр – яратҡан күршеләрем Тәлиғә апай менән Авзал ағай Ҡарағоловтар.

Мин иҫ белә башлағанда һуғыш тамамланыуға 23-24 йыл үткәйне. Бөтә фронтовиктар, шул иҫәптән күршеләрем дә, ал-ял белмәй эшләй торғайны. Оҙайтылған көн төркөмөндә дәрес үткәрергә Тәлиғә апай килгәс, аптырап ҡалғаным хәтерҙә. Ә Еңеү көнөндә уны тәүге тапҡыр хәрби наградаларын таҡҡан килеш күрҙем. Авзал ағай иһә “ЗапУралТИСИЗ” тресында геофизика һәм геодезия ҡорамалдарын йүнәтеү, тикшереү менән шөғөл­ләнде.
Күңелемә кешеләргә ҡарата ихтирамды тап ошо яҡты сырайлы, игелекле күршеләрем һалды. Уҡыуға һөйөү һәм китапҡа һаҡсыл мөнәсәбәт тә уларҙан. Оло быуын вәкилдәре йортобоҙҙоң ихатаһын төҙөкләндереүгә лә ҙур тырышлыҡ һалды: ағас, сәскә ултыртты, уйын майҙансығын ойошторҙо.
Күршеләрем һәр эштең алғы рәтендә булыр ине. Фатир ишектәре бер ҡасан да бикләнмәне – буш ваҡытымды һәр ваҡыт уларҙа үткәрә торғайным. Иң ылыҡтырғаны китаптар, тубус, готовальня һәм гантель ине. Пионер сафына ҡабул ителгәс тә, хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас та, тәү сиратта уларға юлландым. Юғары уҡыу йортона инеүем хаҡында ла сәстәренә сал төшкән, әммә күңеле ҡартайыуҙы белмәгән ветерандар тәүгеләрҙән булып белде. Уларҙың кәңәштәренә, фекеренә һәр саҡ ҡолаҡ һалдым.
Һуғыш тураһында һөйләүҙе үҙһенмәне улар. Тик Авзал олатайҙың тәнендәге яраларын, әленән-әле һыҙланыуҙарын күрә инем. Күршеләремдең орден-миҙалдары күп була торғайны. Уларҙы йыш ҡына тағырға, уйнатырға биреп торалар ине. Ул осорҙа был наградаларҙың ҡиммәтен дә белмәгәнмен инде.
Яҡындарым яҙмышыма ҙур йоғонто яһаны, тормошомда тәрән эҙ ҡалдырҙы. Һоҡланғыс күрше­ләрем, һуғыш ветерандары Тәлиғә апай менән Авзал ағай Ҡара­ғоловтарҙы, уларҙың балалары Земфира, Шамил һәм Әлфирәне оло ихтирам һәм хөрмәт менән һәр саҡ иҫкә алам.

Салауат ЮЛБАРИСОВ,
“Төньяҡ амурҙары”
хәрби-тарихи клубы идараһы ағзаһы.


Вернуться назад