Бөйөк Еңеү – һандар теле менән10.05.2016
Бөйөк Еңеү – һандар теле менән Икенсе донъя һуғышында 62 ил ҡатнаша, алыш 3 ҡитғала, 4 океан һыуҙарында, 40 дәүләт биләмәһендә бара. Беҙҙең илгә ҡаршы 22 июндә таңғы сәғәт 4-тә башланған һуғыш 1418 көнгә һуҙыла.

Бөйөк Ватан һуғышында 34 476 700 яугир-яҡташыбыҙ ҡатнаша, шуның 1 миллионға яҡыны – ҡатын-ҡыҙ.
Совет Армияһының юғалтыуҙары – 11 944 100 кеше.
6 885 000 ватандашыбыҙ яу ҡырында башын һала.
Совет хәрбиҙәренән 4 559 000 самаһы кеше әсирлеккә алына йә хәбәрһеҙ юғала.
Был ҡорбандар һанына йәнә тыныс тормошта ил именлеге хаҡына ғүмерен биргән 13,7 миллион кеше өҫтәлә.
7,4 миллион совет гражданын илбаҫарҙар маҡсатлы рәүештә ҡыра.
2,2 миллион кеше Германиялағы мәжбүри эштәрҙә һәләк була.
4,1 миллион ватандашыбыҙ оккупациялағы аслыҡтан үлә.
Илебеҙ йәмғеһе 26 миллион 600 мең (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса – 29 592 749) кешеһен юғалта.
Советтар Союзында 1710 ҡала, 70 меңдән ашыу ауыл, 32 мең завод һәм фабрика емерелә.

Бөйөк Еңеү – һандар теле менәнИлебеҙҙә 870 меңдән ашыу берәмек һуғыш техникаһы етештерелә:
136 мең самолет;
100 меңләп танк;
төрлө калибрҙағы 490 мең орудие.
Йәнә 19,75 миллион тирәһе атыу ҡоралы эшләнә.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың һәр бишенсеһе наградалар менән бүләкләнә.
11 681 кешегә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, шулар араһында – 86 ҡатын-ҡыҙ.
Был юғары исемде 104 кеше ике тапҡыр ала.
Г. Жуков, И. Кожедуб һәм А. Покрышкин – өс тапҡыр.
2 532 совет кешеһе – Дан орденының тулы кавалерҙары.
Шулай уҡ 16 миллиондан ашыу тыл хеҙмәткәре орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
200 кеше Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була.
12 ҡала “Герой ҡала” исеменә лайыҡ була, ә фашистарҙың илебеҙгә һөжүмен беренсе булып ҡабул иткән Брест “Герой ҡәлғә” исемен ала.
2007 йылдың апреленән 27 ҡалаға “Хәрби дан ҡалаһы” тигән почетлы исем бирелә.

Башҡортостандан фронтҡа 700 мең самаһы кеше алына, улар араһында – 2971 ҡатын-ҡыҙ.
100 мең яҡташыбыҙ яу яланында ятып ҡала.
127 меңе хәбәрһеҙ юғала.
100 меңдән ашыу ерҙәшебеҙ, хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип, Свердловск, Пермь, Силәбе өлкәләренә эшкә ебәрелә.

Һуғыш осоронда Башҡортос­танда милли хәрби частар ҙа булдырыла: 112-се, 113-сө кавалерия дивизиялары, Салауат Юлаев исемендәге 1292-се башҡорт артиллерия полкы, 74-се һәм 76-сы кавалерия дивизиялары, Иҙрис уҡсылар дивизияһы, Кременчуг-Александрийск уҡсылар дивизияһы, Невельск уҡсылар дивизияһы, Перекопск уҡсылар дивизияһы, Львов миномет полкы, Брест уҡсылар дивизияһы.

Башҡортостандан 200 меңләп һалдат орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
278 яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы исемен ала (78 кеше – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһынан).
35-е Дан орденының тулы кавалеры була (бишәүһе – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһынан).
Һуғышҡа алынған эшселәрҙе пенсия йәшендәгеләр, ҡатын-ҡыҙ һәм балалар алыштыра. Мәҫәлән, Белорет металлургия комбинатындағы хеҙмәт коллективының 60 проценты гүзәл зат вәкилдәре була, ә Миндәктәге алтын табыу фабрикаһында ҡатын-ҡыҙ яҡынса 80 процент тәшкил итә.
1941 йылда Оборона фондына 70 миллион һум аҡса, төрлө алтын һәм көмөш биҙәүестәр, икмәк тапшырыла.
Ҡорал һәм хәрби техника етештереүгә йәмғеһе 255 миллион һум йыйыла.
1941 – 1945 йылдарҙа республиканан фронт өсөн 83 мең пар быйма, 50 меңләп йылы кейем, 35 мең бүрек һәм башҡа кәрәк-яраҡ оҙатыла.
Яугирҙәргә бүләктәр менән 362 вагон ебәрелә.

Денис ҒИЛМАНОВ әҙерләне.



Вернуться назад