Быйыл ғинуар — февраль айҙарында 65 500 самаһы кеше, дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙе һорап, Башҡортостандың мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың 16 300-ҙән ашыуы эш эҙләүгә ҡағыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығында.
Быйыл ғинуар — февралдә 10 400-ҙән ашыу кеше эшһеҙ тип теркәлгән. Ошо осорҙа республика хеҙмәт биржаһы ярҙамында һигеҙ мең самаһы кеше эш тапҡан.
1 600-ҙән ашыу эшһеҙ Башҡортостандағы мәшғүллек органдарының йүнәлтмә ҡағыҙы буйынса һөнәр алыуға ебәрелгән. Тағы ла 15 мең кеше һөнәри йүнәлеш алыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.
Халыҡты эш менән тәьмин итеү органдары бөтә дәүләт хеҙмәттәрен бушлай күрһәтә. Әле республиканың мәшғүллек үҙәктәрендә 31 мең самаһы кеше иҫәптә тора.
М. МӨХӘМӘТОВА.