10-11 июндә Сибай ҡалаһында һәм Әбйәлил районында “Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондары-2016. Бәләкәй бизнес – идеянан алып тормошҡа ашырыуға тиклем” тигән эшҡыуарлыҡ форумы уҙғарыла. Республика Хөкүмәте бойороғо менән сараны үткәреү планы һәм эш төркөмө раҫланды. Йыйында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү юлдары һәм проблемалары, ошо өлкәгә дәүләт ярҙамы хаҡында һөнәри аралашыу, шулай уҡ халыҡтың мәшғүллеген арттырыу маҡсатында өр-яңы предприятиелар асыу мәсьәләләрен тикшереү күҙаллана. Сараға федераль һәм төбәк власы органдарынан, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү һәм үҫтереү институттарынан, Рәсәйҙең төп бизнес-структураларынан һәм йәмәғәт ойошмаларынан 250-гә яҡын делегат саҡырылған. Программаға пленар ултырыш, экспозиция, “түңәрәк өҫтәл”дәр, шулай уҡ һабантуй индерелгән.
Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.