Ҡуртым хаҡы төшөрөлә10.05.2016
Башҡортостан Хөкүмәте республиканың дәүләт мөлкәтен файҙаланыу хоҡуҡтарын рәсмиләштереү тәртибенә үҙгәрештәр индерҙе. Документ нигеҙендә шулай уҡ ошондай мөлкәтте файҙаланған өсөн йыллыҡ ҡуртым хаҡы ставкалары билдәләнде.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары менән дәүләт милкенә ҡарата ҡуртым килешеүе төҙөгәндә хаҡтың тәүге йылда – 40, икенсеһендә – 60, өсөн­сө­һөндә – 80, дүртенсе йылда иһә 100 проценты түләнә. Шул уҡ ва­ҡытта өсөнсө берәмеккә суб­арендаға бирелгән дөйөм майҙан күләме ҡуртымға алынған объект майҙанының 50 процентынан арта, ә технопарктар өсөн 85 процентынан күберәк була алмай.
Үҙгәрештәр дәүләт мөлкәтенә идара итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеүгә булышлыҡ итәсәк.


Вернуться назад