Мандатыңды аҡла, депутат!10.05.2016
Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған законға ярашлы, бынан ары 30 көн эштә булмаған һәм һайлаусылары менән бәйләнешен юғалтҡан өсөн Дәүләт Думаһы депутаттарының мандаттарынан “ҡолаҡ ҡағыуы” ихтимал.
Дәүләт Думаһы депутатының һәм Федерация Советы ағзаһының статусы тураһындағы статьяға ла төҙәтмәләр индерелә. Документта ҡаралғанса, халыҡ вәкиле 30 көн дауамында һәм унан күберәк ваҡытта бурысын үтәмәһә, һайлаусылар менән эшләмәһә, Дәүләт Думаһы, комитеттар һәм комиссиялар ултырыштарында ҡатнашмаһа, фракцияһының инициативаһы, шулай уҡ үҙе ағза булған комитеттың тәҡдиме буйынса мандатынан мәхрүм ителә ала. Мандатты тартып алыу тураһындағы ҡарарҙы Этика буйынса комиссия ҡабул итә.
– Бындай башланғысты хуплауыбыҙ хаҡында закон проекты тикшерелгән саҡта уҡ белдергәйнек, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – 2005 йылда уҡ республика ҡануниәтенә бурыстарын үтәмәгән, бер сәбәпһеҙ комитет йәки парламент ултырыштарына даими килмәгән осраҡта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты вәкәләттәренең ваҡытынан алда туҡтатылыу мөмкинлеген билдәләгән ҡәтғи норма индерелгәйне. Бындай регламенттар кәрәк тигән фекерҙәмен, сөнки улар депутаттың эшен көйләү, яуаплылығын арттырыу мөмкинлеген бирә.