Саф һауаға – 15 миллион һум10.05.2016
Башҡортостан предприятиелары экологияны яҡшыртыуға 15 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтәсәк. Тәбиғәтте һаҡлау буйынса район-ара төбәк прокуратураһы үткәргән тикшереү һөҙөмтәһендә атмосфераға зарарлы матдәләр сығарыуҙы кәметеү проектын эшләргә ҡарар ителде.
Прокуратура тикшереүе мәғлүмәттәренә ярашлы, нефть һәм газ ком­плек­сындағы алты ҙур предприятие, шул иҫәптән Туймазы газ эшкәртеү предприя­тиеһы, “Таргин-Быраулау” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәте һауаға бысраҡ мат­дәләр сығарыуҙы кәметеүгә ҡағылышлы закон талаптарын үтәмәгән. Былтыр улар­ҙың эшмәкәрлеге һөҙөмтә­һендә атмосфераға 4 мең тоннанан ашыу ағыу, шул иҫәптән канцерогендар эләккән.
Тәбиғәтте һаҡлау про­куратураһы ошо ойош­маларҙың етәкселәренә тейешле күрһәтмә ебәргән. Һөҙөмтәлә экологияға зыянды кәметеү проекттары эш­ләнгән. Уларҙы үтәү, етеш­һеҙлектәрҙе бөтөрөү прокуратура контроленә алынған.


Вернуться назад