Уҙамандар нәсихәте10.05.2016
  Уҙамандар нәсихәте Гитлер илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышҡа был райондан 10 меңгә яҡын кеше алынған, шуларҙың яртыһынан да аҙырағы тыуған яғына иҫән әйләнеп ҡайтҡан. Араларынан алты мең самаһы яугирҙең ҡаһарманлығы төрлө орден-миҙалдар менән баһаланған.

Илештә бөгөн Бөйөк Ватан һуғышында ут-һыу кискән 41 кеше йәшәй. Уларҙың иң олоһона – Иҫке Ҡырғыҙ ауылынан Ғәлимйән Шәриповҡа – 100 йәш.
– Ветерандарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, урындағы хакимиәт береһен дә иғтибарынан өҙмәй, – ти райондың ветерандар советы рәйесе Анатолий Романов. – Ҡулына ҡорал алып, илебеҙгә тыныс тормош яулағандарҙың һәммәһе лә уңайлы фатир менән тәьмин ителгән.
Һүрәттә 93 йәшлек Мәғрүф Ҡәриповты, 91 йәшлек Хәнәфи Шәһәбетдиновты һәм 93 йәшлек Фәһим Ғафаровты күрәһегеҙ. Орден-миҙалдарын тағып, егеттәрсә дәртле баҫып, төрлө осрашыуҙарға ихлас йөрөй улар.
– Һуғыш михнәттәрен ҡабаттан татырға яҙмаһын, илебеҙ күге һәр саҡ аяҙ булһын. Яңы быуын тыныслыҡтың нисек яуланғанын онотмаһын, – ти яугирҙәр.





Вернуться назад