“Эйәрле ат беҙ менгәндәр…”10.05.2016
Өфөләге Таһир Кусимов исемендәге “Аҡбуҙат” халыҡ-ара ипподромында Бөйөк Еңеүгә арналған мауыҡтырғыс тамаша булды. Сара башында Башҡортостандың Көрәш сәнғәте союзына ингән спортсылар сығыштары менән ҡыуандырҙы. Һыбайлылар иһә милли башҡорт уйындарын күрһәтте.

Артабан Башҡортостандың төрлө ҡала-райондарынан һәм күрше төбәктәрҙән килгән һыбайлылар иң шәп юртаҡтарҙа, саптарҙарҙа ярыша башланы, еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Тамаша менән ярыш миҙгеле асылды.
Иң элек өс йәшлек башҡорт аттары өсөн генерал Миңлеғәле Шайморатов призына 1 400 метрға сабыш иғлан ителде. Сарала ҡатнашыусыларҙың күбеһе рәсми ярышҡа тәүге тапҡыр килгән ине. Улар өсөн 30 мең һумлыҡ бүләк уйнатылды. Әйткәндәй, ҡатнашыусыларҙан берәү ҙә буш ҡул менән ҡалманы.
“Дүртөйлө элитаһы” призына “Арғымаҡ” ат-спорт комплексындағы юртаҡтар көс һынашты. Улар 1 600 метр арауыҡты үтте. Өс йәшлек саф тоҡомло менге аттар иһә Советтар Союзы Геройы Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин призына ярышты. 1 800 метрға иҫәпләнгән уҙышта алты сабыш аты ҡатнашты. Еңеү көнө иҫтәлегенә арналған призға ла алты юртаҡ дәғүә итте, улар 1 600 метр арауыҡты үтергә тейеш ине. Дүрт йәшлек һәм унан олораҡ саф тоҡомло менге аттар 2000 метрлыҡ дистанцияға ярышты. Уларҙы Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов призы көтә ине.
Был көндө Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары призына ла уҙыш ойошторолдо.



Вернуться назад