Һағыныу тойғоһо арта бара10.05.2016
1985 йылда Башҡорт дәүләт университеты бинаһының икенсе ҡатында Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығына арнап мемориаль таҡтаташ ҡуйғандары бөгөнгөләй хәтеремдә.

Иҫтәлекле таҡтаташта ошо уҡыу йортонда белем алған, уҡытҡан, фән менән шөғөлләнгән, ижад иткән һәм, һуғыш башланғас, яу ҡырҙарында башын һалған батырҙарҙың исем-шәрифе яҙылған. Әҫәрҙәрен уҡып белгән Мәлих Харис, Мөхәмәтйәров Хәй кеүек шағирҙарҙың да ошо исемлектә булыуы айырыуса тетрәндерҙе шул мәлдә. Уларҙың БДУ-ла әле булһа эшләп килгән “Шоңҡар” әҙәби ижад түңәрәге ағзалары булғанлығын да белә инем.
Һәм бына, кисә генә, студент саҡтағы блокноттарымды аҡтарһам, унда “Яу ҡырҙарында ятып ҡалған шоңҡарсы­ларға” тигән шиғырым килеп сыҡты. Бер һүҙен дә үҙгәртмәй, һеҙҙең менән уртаҡлашырға булдым, дуҫтарым. Шуны ғына өҫтәй алам: ҡәләмде ҡоралға алыштырырға мәжбүр булған герой­ҙарҙы һағыныу тойғоһо йылдар үтеү менән арта ғына бара...

Йәп-йәш булған улар ингән мәлдә
Ватан өсөн ҡаты алышҡа,
Тик бер кем дә ҡаушамаған шул саҡ –
Баш эймәгән әсе яҙмышҡа!

Гүзәл тормош яулайбыҙ тип илгә,
Мәңгелеккә йәп-йәш ҡалғандар...
Һәләк булған улар, ләкин беҙгә
Ҡалдырғандар тыныс ал таңдар!

Шағирҙар юҡ инде... Ә йырҙары
Өҙөлөп, тим, шулай ҡаламы?
Аһ, юҡ, беләм, беҙҙең яҡты көндәр –
Улар йырҙарының дауамы!




Вернуться назад