Яуҙа ла, хеҙмәттә лә һынатманы10.05.2016
Яуҙа ла, хеҙмәттә лә һынатманы Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ауыл ерендәге тормош-көнкүрештең әсеһен үҙ иңендә татыған быуын вәкилдәре бөгөн дә беҙҙең арала. Бер һыныҡ икмәккә мохтаж булып йәшәгән ғаиләләр һәйбәт кейем-һалымға ғына түгел, һалам башлы, ер иҙәнле ситән өйҙә йылы күреүҙән өмөтөн өҙгән тотош быуындың хәсрәтле яҙмыштарының шаһиты булыу Еңеү яулап ҡайтҡан элекке яугирҙәр күңелендә лә өмөтһөҙлөк тойғоһо уятмай ҡалмағандыр. Әммә хәрби хеҙмәттә бойороҡто мотлаҡ үтәргә күнеккән быуын халыҡ хужалығын күтәрергә лә дәррәү тотондо.

Саҡмағош районының Бәшир ауыл Советына ҡараған Иҫке Бәшир, Яңы Бәшир, Яңы Ихсан, Яңы Ҡалмаш, Яңы Йомран, Иҫке Ихсан, Ташҡалмаш ауылдарының үткәненә һәм бөгөнгө­һөнә күҙ һалһаң, һуңғы 71 йылда булған үҙгәрештәргә һоҡланмау мөм­кин түгел. Тәбиғи газ, телефон үткә­релгән, төҙөк юлдар һалынған, береһенән-береһе күркәм йорттарҙан, социаль объекттарҙан торған ауылдар улар хәҙер. Тыуған илде азат итеп, Европаны фашизм ҡоллоғонан ҡотҡарып, еңеүселәр исеменә лайыҡ булып ҡайтҡан яугирҙәргә бурыслы бөгөнгө быуын.
Бәшир ауыл Советынан фронтҡа 853 кеше китә, шуларҙың 366-һы ғына әйләнеп ҡайта. Улар араһында тәнендә өс тимер ярсығы йөрөткән Мәхмүт Хәлиулла улы Ғәлиуллин да була. Фронтҡа Иҫке Ихсан мәктәбен тамамлап киткән егерме йәшлек егет һуғыштан һуң ауыл хужалығында ең һыҙғанып эшләй, колхоз рәйесе, Иҫке Бәшир ауыл Советы рәйесе, партком секретары була. Ситтән тороп Баш­ҡортос­тан ауыл хужалығы институтын тамамлай. 1972 йылдан алып 1986 йылға тиклем, пенсияға сыҡ­ҡансы, Фрунзе исемендәге колхозды етәкләй.
Уға тиклем тиҫтә йылдан ашыу колхоз рәйесе йөгөн тартҡан Ғилметдин Зәйнуллин да насар эшләмәне, район етәкселәре лә, халыҡ та уның хеҙмәтенән ҡәнәғәт булды. Әммә һәйбәт етәкселәр араһында ла ниндәйҙер яғы менән айырылып торғандары була. Тыныс холоҡло, итәғәтле, ябай, кеше мәнфәғәтен үҙенекенән өҫтөнөрәк күреү сифаттарынан тыш, Мәхмүт Хәлиулла улына яңыны төҙөү “ене” ҡағылғайны. Ул колхозда ҡалдырған төрлө объекттарҙы һанай китһәң, иҫәбенә сығырлыҡ түгел. Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларына, башҡа тарафтарға башта үҙе барып һөйләшеп, килешеп ҡайта торғайны. Төҙөлөштө башлау өсөн аҡсаны нисек юллағандыр, подрядсыларҙы нисек тапҡандыр, улары беҙгә ҡараңғы. Ул йылдарҙа колхоздан көн һайын Өфө, Стәрлетамаҡ кеүек ҡалаларға төҙөлөш материалдары артынан 20 – 22-шәр автомашина сығып китә ине.
Иҫке Бәширҙә 24 фатирлы торлаҡ йорт, ике ҡатлы мәктәп, балалар баҡсаһы, ФАП, почта-һаҡлыҡ банкы, МТМ, малсылыҡ комплексы, иген келәттәре төҙөлдө. Ташҡалмаш, Иҫке Ихсан, Яңы Ихсан ауылдарының һәр береһендә МТМ, ике клуб, иген келәттәре файҙаланыуға тапшырылды. Шул йылдарҙа һәр ауылға һыу үткәргес һуҙылды. 72 гектар майҙанды биләгән быуа ла уның тырышлығы, тынғы­һыҙлығы арҡаһында төҙөлдө.
Беҙҙең яҡ халҡы ағасты Ҡариҙел районына барып әҙерләп, Кушна­ренкоға тиклем һал менән алып килә торғайны. Кушнаренкола сығарып, ауыл­ға ташый инек. Ат, машина, пило­рамаһы ла кәрәк, уны колхоз рәйесенән башҡа һис эшләп булмай. Ул оҫтаһына тиклем үҙе тәғәйенләй торғайны.
Уҙған быуаттың 70 – 80-се йылдарында Фрунзе исемендәге колхоздың етештереү күрһәткестәре уны республикала иң ҡеүәтле хужалыҡтарҙың береһе рәтенә сығарҙы. 1980 – 1985 йылдарҙа бында өс мең баш һыйыр малы, ике мең сусҡа аҫрала. Бынан тыш тауыҡ фермаһы була, ҡымыҙ етештерелә.
— Ул йылдарҙа дәүләткә 6-7 мең тонна иген, 450—500 тонна ит, 2400 тонна тирәһе һөт һатыла торғайны, — ти оҫтахананың элекке мөдире Шәймулла Зәйнуллин.
Фрунзе исемендәге колхоздың комсомол ойошмаһы секретары Рәфил Ардаширов та Мәхмүт Хәлиулла улы хаҡында фекерҙәре менән уртаҡ­лашты:
— Ғәлиуллин ағай кадрҙар һайлай белде, талапсан, ғәҙел ине. Колхозға ул етәкселек иткәндә механизатор Хәмит Зәйнуллин Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булды. Борис Ғиззәтуллин, Хәйҙәр Ғиззәтуллин, Фәнил Садиҡов, Ғилмаз Ибәтуллин кеүек механизаторҙар, Зәйтүнә Фәй­зуллина, Гөләндәм Ҡунафина ише һауынсылар һәм башҡалар күкрәк­тәренә ордендар таҡты. Юғары ойоштороу һәләте ауыл хужалығындағы яңылыҡты тиҙ арала производствоға индерергә ярҙам итә торғайны. Беҙҙең һөтсөлөк фермаһында районда тәүге булып малсылыҡ бүлмәһе ойошторолдо, машина менән һауыу ҡорол­маһы ҡуйылды. Мәҙәниәтле шәхес булараҡ, башҡаларҙы ла илтифатлы булырға өндәй ине.
Республиканың ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларында данлыҡлы колхоз етәксеһенең хужалыҡты үҫтереүгә индергән өлөшөн кәмһетергә тырышыусылар ҙа табылды. Яңы Бәшир кейәүе, Ауыл хужалығы министрлы­ғында бүлек мөдире булып оҙаҡ йылдар эшләүсе булараҡ, шуны дәлилләй алам: Фрунзе исемендәге колхоздың иҡтисады, ауылдарҙың социаль инфраструктураһына Ғәлиуллиндың тырышлығы менән нигеҙ һалынды.
Ҡатыны Разия Закирйән ҡыҙы менән бик татыу ғүмер итте улар. Өс бала үҫтерҙеләр. Разия Закирйән ҡыҙы “РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ә Мәхмүт Хәлиулла улы – Саҡмағош районының почетлы гражданы, Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батыр­лыҡтары өсөн Дан ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, ике тапҡыр “Почет Билдәһе” ордены кавалеры.
Бөгөн улар икеһе лә гүр эйәһе инде. Шуныһы ҡыуаныслы: Мәхмүт Хәлиулла улы һалған традиция дауам итә. Элек ул етәкләгән хужалыҡ бөгөн ысын мәғәнәһендә бында йәшәгән халыҡтың социаль гаранты булып тора.





Вернуться назад