Фатир хаҡы ҡайҙа ла ҡыйбат13.03.2012
Рәсәй Төҙөүселәр ассоциацияһы менән Инженер-сметасылар союзы ил төбәктәре буйынса күсемһеҙ милек баҙары хаҡтарына күҙәтеү эшләгән.
Исемлек башында Мәскәү менән Санкт-Петербург ҡалалары тора. Йорттар төҙөлөшөнөң тулы үҙҡиммәте бер квадрат метрға Мәскәүҙә – 66 351 һум, Петербургта – 54 386, Өфөлә – 38 572 һум. Был күрһәткес менән Башҡортостандың баш ҡалаһы Волга буйы федераль округында исемлектең башында тора. Торлаҡтың иң түбән үҙҡиммәте Таймырҙа (23 045 һум) һәм Эвенк автономиялы округында (23 143 һум) теркәлгән.