Нимә генә теләһәм дә, аҙ кеүек10.05.2016
Нимә генә теләһәм дә, аҙ кеүек Күптән уйланып, хәтирәләрҙе яңыртып йөрөһәм дә, ҡәҙерле кешем хаҡында рәхмәтле лә, хәсрәтле лә уйҙарымды ҡағыҙға төшөрөү еңел булмай сыҡты. Бигерәк тә мин иҫ белмәгән, ҡәһәрле һуғыш йылдарына тап килгән осорҙағы көнитмешебеҙҙе ете тиҫтә йылдан һуң теүәл генә күҙаллау мөмкин дә түгел.

Бала саҡтан гел ситтә йөрөгәнгәме, әллә атайҙы күрмәй үҫкәнгәме (атайыбыҙ — Әхмәт­хан Хужанияз улы Мәмбәтов 1942 йылдың 5 декабрендә Сталинград янындағы аяуһыҙ бәрелештә батырҙарса һәләк булған), һирәк-мирәк осраш­ҡандағы һөйләшеүҙәребеҙҙә күберәк атайым, һуғышҡа тиклемге тормоштары хаҡында тыңларға яраттым. Апайым хәтирәләренән: “Өс айға яҡын һуғыш бара. Атайым фронтҡа алынмаған әле. Ул Әҙелгә йөрөп эшләй. Үҙен һуғышҡа алыр­ҙарын, тиҙҙән уға ла сират етерен яҡшы аңлай. Донъяның рәте китте! Тыштан белгертмәһә лә, эстән көйгәне һиҙелә. Әсәй һиңә ауырлы, һуңғы көндәрен йөрө­гәндер. Ул да өҙгөләнә, ҡайғыһы йөҙөнә сыҡҡан. Беҙгә лә ҡыйын, өйҙә йәм юҡ. Бер төн таңға табан әсәйем ауырып киткәс, атай тиҙ генә Хәтирә инәйҙе алып килде. Беҙ төпкө өйҙә иҙәндә йоҡлай­быҙ, әсәй алғы яҡта ыҙалана. Беҙҙең йоҡо ҡасты. Атай һыу йылытып, ул-был кәрәк-ярағын әҙерләшеп йөрөнө лә, беҙҙең яҡҡа инеп, ишекте ябып ҡуйҙы. Былай ҙа ҡараңғы бүлмәне шомло тынлыҡ баҫты. Атайҙың үрле-ҡырлы йөрөгәне, тәрән һулап ҡуйғаны ғына ишетелә. Ниҙәр генә уйлағандыр инде ул шул минуттарҙа? Әсәйҙең иҫән-һау бушаныуын һорағандыр, бәлки, Хоҙайҙан? Үҙе һуғышҡа киткәс, дүрт бала менән хәләленең нисек кенә донъя көтөрөн уйлап та борсолғандыр…
Ошо урында кендек инәһенең: “Әхмәтхан, һөйөнсө, улың тыу­ҙы!” – тигән ҡыуаныслы тауышы менән бергә яңы тыуған сабый­ҙың өй тултырып тәүге ауазы яңғыраны... Атайым: “Һөйөнсө­һөнә күлдәк һиңә, апай!” – тине лә, өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй еңел һулап, мөйөштә торған ағас диванға барып ултырҙы. “Ҡыҙ булһа, һиңә иптәш булыр тигәй­нем, балам. Ярай, ана уландарым менән бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып, дер һелкетеп, татыу донъя көтөрһөгөҙ, Алла бирһә!” – тине”.
Шул мәлдә, мин тыуған саҡта, атайыбыҙ биргән фатихаһын аҡланыҡмы беҙ? Уйланаһы бар әле был хаҡта...
Атайыбыҙ фронтҡа алынғас, ғаиләбеҙҙә әсәйҙең берҙән-бер терәге, ышанысы, серҙәше булып ун бер йәшлек Гөлнур апайым ҡала. Ҡалғандары береһе­нән-береһе ваҡ өс малай – Әсхәт, Рәфхәт, Миҙхәт. Етмәһә, иң бәләкәсенә ни бары өс ай ғына. Һөйләүҙәренә ҡарағанда, миңә йәш тулыр-тулмаҫтан әсәйебеҙҙе колхоздың иң ауыр эштәренә ҡуша башлағандар. Ҡайһылай итәһең, заманы шулай булған: “Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн!”
Тыуған ауылға сираттағы ҡайтҡан сағым. Ғәҙәттәгесә, хәтирәләргә төшөп һөйләшеп ултырғаныбыҙҙа әсәйем миңә шул саҡтағы бер ваҡиғаны әсенеп һөйләгәйне.
...1942 йылдың йәйе. Ҡыҙыу бесән мәле. Ауылда бала-саға, ҡарт-ҡоро, бисә-сәсәнән башҡа эшләргә кеше юҡ. Бөтәһен дә туғайға бесән әҙерләргә ҡыуалар. Имсәк ташламаған балаһын көн буйына ҡалдырып китә алмаған­лыҡтан, мине лә үҙе менән йөрөтөргә мәжбүр була әсәйем. Бер көн шулай йоҡлаған баланы кәбән төбөндә ҡалдырып күбә тарттырырға киткәс, сабый уянып, ятҡан еренән имгәкләп, шул тирәлә утлап йөрөгән мал ара­һына барып инә. Минең был “сәфәрем” нимә менән бөткән булыр ине икән, әгәр шунда бер һыбайлы килеп сыҡмаһа? Көтөүсеме, әллә бригадирмы (әсәйем аныҡ ҡына әйтә алманы) баланы күтәргән килеш, күбә тарттырған ҡатындарға әллә ҡайҙан уҡ ҡысҡырып килә: “Кемегеҙҙең балаһы мынау? Ништәп ҡарамайһығыҙ? Аның менән бер-бер хәл булһа, башығыҙ китә бит!” Ҡото осоп, тубыҡ-ҡулдары ҡанап, илауҙан шешенеп, маңҡаһына буялып бөткән бәпәйен күкрәгенә ҡыҫып, эшен ташлап, илай-илай ауылға ҡайтып китә әсәйем. Шунан алып, мин имеүҙән туҡтап, ашай баш­лағанға тиклем, уны ауылдан ситкә йөрөтмәйҙәр. Ошонда инде миңә бәйле бөтә ыҙалар апа­йымдың иңенә төшә. Сәңгел­дәктәге баланы ҡарауҙың ниндәй михнәт икәнен мин үҙем дә бер аҙ татып ҡарағаным булды.
Апайым менән еҙнәмдең тәүге улдары Рәшит ҡустым 1952 йылдың апрелендә Вәлит ауылында донъяға килде. Бер ваҡыт Мәмбәткә ҡайтҡандарында әле сәңгелдәктә генә ятҡан баланы минең ҡарамаҡҡа ҡалдырып, үҙҙәре кемгәлер ҡунаҡҡа китте. Әсәләре киткәндә йоҡлап ҡалған сабый, бер аҙҙан әллә ҡурҡып, әллә асығып уянып, яр һала башламаһынмы! Хәтерҙә, ҡунаҡ­ҡа китер алдынан апайым әллә печенье, әллә икмәкте сәйнәп, марляға төрөп: “Уянып илай башлаһа, ошоно һөткә манырһың да ауыҙына ҡаптырырһың”, – тип сәңгелдәктең бер мөйөшөнә ҡуйғайны. Әйтеүе генә анһат, ярһыған бала ҡапты ти ҡапмай һинең марляңды. Бәүетеп тә, һелкетеп тә, әйләндереп тә ҡарайым, юҡ, тымырға уйламай ҙа. Ни ҡылырға белмәй, уға ҡушылып үҙем дә илайым. Ярһый торғас, бәпәй әллә хәлдән тайып, әллә тауышы бөтөп, “мыш-мыш” килеп ятты ла йоҡлап китте.
Шул арала йүгерә-атлай апайым ҡайтып инде лә, минең ҡиәфәт-йөҙөмә ҡарап, бындағы хәлде аңланы, әлбиттә. Хәҙер ошо хәлде уйым менән һуғыш йылдарына ҡайтарып, минең арҡала күпме ыҙа сиккән бәләкәй ҡыҙыҡайҙы (апайымды) йәллә­йем. Теге заманда ошо хәл көн дә һәм көнө буйы ҡабатлан­ғандыр бит. Бөгөн иһә зиһен менән аңларлыҡ та, күҙ алдына баҫтырырлыҡ та түгел.
Минән башҡа 3 йәшлек Рәф­хәт ағайым да кеше көнлөк, уға ла иғтибар кәрәк: ашатырға, әүрәтергә, өҫ-башын ҡарарға һәм башҡалар. 8-9 йәшлек Әсхәт ағайымдың иңенә лә “өлөш” мул төшкәндер. Бер йыл Өфөгә күҙенә операция яһатырға кил­гәнендә, һүҙҙән-һүҙ сығып, бала саҡты иҫкә төшөрөп ултырғай­ныҡ. Ул: “Әсәй эшкә китер алдынан (таң һарыһынан) беҙҙе уята ла апайым менән икебеҙгә йомоштарын ҡуша. “Бына был икмәкте Миҙхәткә сәйнәп ҡаптырырһығыҙ”, – тип миңә тоттора. Ә мин, әсәй киткәс, теге бәләкәй генә ҡыйырсыҡты ҡайҙа йәшерергә белмәйем. Үҙем дә асмын – ашағым килә, Рәфхәт ҡусты күреп ҡалһа, һорап та тормай килеп йәбешә.
Шулай ҙа иң ауыры апайым иңенә төштө. Ҡул тирмәне менән он тартып, икмәк йә ыумас беше­реү, килелә ярма ярып, өйрә йә бутҡа әҙерләү, булған ризыҡты (ҡатыҡ, һөт, икмәк киҫәген) ғәҙел бүлеү, беҙҙе ашатыу, ишек ал­дын­дағы тәртип-таҙалыҡ, керҙәр­ҙе йыуыу, йыл­ғанан көнөнә әллә нисә көйәнтә һыу ташыу – бары­һы ла уның ҡаҡса ғына иңенә төшкәйне”, – тип һөйләгәйне.
Апайым иһә бына нимәләрҙе бәйән итте: “Бер көн шулай кө­йәнтәләп Таналыҡҡа төшөп бар­һам, ап-аҡ күлдәге, яулығы ялпылдап, Фатима инәй яр буйынан йүгерә-атлай беҙҙең яҡҡа килә ята. Миңә етер-етмәҫтән: “Әй, ҡы­ҙым, буш күнәгең менән тап кил­дең, юлым уңмаҫ микән ни? Бына һынайым инде үҙеңде, ырыҫлымы икәнһең? Һөлөккә китеп барам”, – тине лә артабан атланы.
Ә кискә табан ҡайтышлай инәйем үҙе килеп инде беҙгә. “Бына, балам, 27 һөлөк тоттом. Ырыҫлы икәнһең, юлым уңды, Аллаға шөкөр. Ҡана, һыуың бармы? Тамағым кипте, сарсаным”, – тине лә, күнәктән сүмес менән һыу алып эскәс, тағы йүгерә-атлай ҡайтыу яғына ыңғайланы”.
Ырыҫ тигәндәй, донъя булғас, етешкән-етешмәгән саҡтар ҙа булғандыр, тим. Ә шулай ҙа ырыҫ-ҡот бөгөнгәсә апайымдан ситләшмәне, мәхрүм итмәне уны. Ашъяулығы ризыҡһыҙ булманы, бөгөн дә килгән-киткәнгә йомарт, һыйы мул.
Бер ҡайтҡанымда бала сағы­быҙ тураһында хәтирәләрҙе яңыртып ултырғанда, апайым минең дүртенсе йәшемдә генә саҡ атлай башлағанымды, бик тә сырхау-хәлһеҙ, яшыҡ булға­нымды һөйләгәйне. Элек был хаҡта кемдеңдер һөйләгәнен иҫләмәйем, юғиһә онотмаҫ инем, моғайын. “Тып-тыртыҡ, эсең көптәй, аяҡтарың ептәй генә булып тупһала: “Әмәй, тотоҡ эсәм”, – тип бәүелеп илап ултырғаның мәңге оноторлоҡ түгел”, – тине ул. Минең бала саҡтағы “тарамыш” тигән ҡушаматым да ошоға бәйле булғандыр, ахыры.
1956 йыл. Үҙебеҙҙең ауыл мәктәбен тамамлап, 1 сентябрҙә бер төркөм балалар Аҡъярға 8-се класҡа уҡырға барҙыҡ. 7-се класты байтаҡ ҡына бала тамамлаһаҡ та, артабан уҡыуҙы дауам итеүселәр күп булманы. Таштуғай, Әҙел, Сәғиттән йөрөп уҡығандарҙың күбеһе донъя йөгөнә егелде. Ситтән йөрөп уҡығандар өсөн район үҙәгендә торлаҡ мәсьәләһе иң ауыры булғандыр. Ә минең өсөн ҡайҙа йәшәү проблемаһы торманы. Тар ергә – таяу тигәндәй, апайым­дарҙың тар ғына өйөндә бишенсе йәнгә – миңә — лә урын табылды. Шулай итеп, тағы ла апайыма һыйындым... Өс йылға.
Һуғыш заманы түгел, икмәккә бында ҡытлыҡ юҡ: апайым пекарняла эшләй, ә еҙнәй – МТС-та комбайнсы. Ғүмеремдә беренсе тапҡыр икмәккә ошонда туйғанмындыр. Апайымдың бала саҡтан күңелемә һеңгән хәстәр­ҙәре хәҙер килеп, бөтөнләй баш­ҡа ваҡытта, башҡа шарттарҙа тағы ҡабатлана. Инде мин сәң­гелдәктәге имсәк бала ла, дүр­тенсе йәшенә тиклем атламаған имгәк тә түгелмен. Апайым да күптән буй-һынға ултырған, һөйәге ҡатҡан, үҙе балалар әсәһе, ғаилә тотҡаһы.
Атайыбыҙҙың иң ҙур хыялы балаларын уҡытып, һөнәрле итеү булған. Апайым атайымдың “ҡыҙымды уҡытам, врач итәм” тигән һүҙҙәрен хәтерләй. Ҡәһәр­ле һуғыш яҙмыштарҙы ла, хыял­дарҙы ла селпәрәмә килтерҙе. Шулай ҙа әсәләренә яҙмаған һөнәр уландарына яҙған булып сыҡты апайымдың. Ике улы, Рәшит менән Мәжит, абруйлы хирургтар булып танылғайны. Үкенескә ҡаршы, ғүмерҙәре ҡыҫҡа булды егеттәрҙең. Ауыр тупраҡтары еңел булһын мәр­хүм­дәрҙең – изге заттарҙың.
Ә апайым уҡыуын 8-се класта уҡ туҡтатырға мәжбүр була. Әлеге лә баяғы яҙмыштың сираттағы һынауы: әсәйем менән Әсхәт ағайым тиф менән бик ҡаты ауырып киткәс, уларҙы ҡартатайым Аҡъярға дауаханаға алып китә. Әсәй ике айҙан һуң ғына аяҡҡа баҫа. Апайым иһә бәләкәй ҡустыларын ҡарарға, донъя йөгөнә егелергә мәжбүр була. Шулай итеп, бөтөнләй уҡыуҙан төңөлә.
Хәтирәләрҙән ошо урында арынып, бөгөнгөбөҙгә күҙ һалайыҡ. Хәҙер, шөкөр, дүртебеҙ ҙә иҫәнбеҙ: апайыбыҙ 86-һын тултырҙы, 2013 йылда Әсхәт ағайымдың 80 йәшен ололап байрам иттек, Рәфхәт ағайым­дың да юбилейын, 75-ен, бил­дәләнек. Беҙ ҙә һигеҙенсе тиҫтәгә аяҡ баҫҡанбыҙ, барыбыҙ ҙа оло­ғайғанбыҙ. Әсәйебеҙ, бөтәбеҙҙе лә пенсияға сығарып, нисек донъя көткәнебеҙгә шаһит булып, оло ҡәнәғәтлек кисереп, фатихаларын биреп, йөҙ йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте, йәне йәннәт­тәлер, әлхәмдүлилләһ.
Шартлап һынырҙай саҡта ла, сәсрәп китерҙәй мәлдә лә яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, сабыр­лыҡ өлгөһө булып йәшәй әле апайым. Йығылып, ауыр операциянан һуң иркен йөрөүҙән мәхрүм ҡалып, өй эсендә генә көн үткәреүҙәр – сираттағы аяуһыҙ һынау.
Шулай ҙа аяттарын ваҡытын­да уҡытып, ҡышҡылыҡҡа бар ризыҡтарын әҙерләп, ҡайната торғанын ҡайнатып, тоҙлай тор­ғанын тоҙлап, киптерә торғанын киптереп, йорт эсен, ихата алдарын балҡытып, ҡунаҡҡа саҡы­рылып та бара алмауға ҡара­маҫтан, бурысын ҡайтарып, ҡунаҡ саҡырып, балаларының, килендәренең, ейәндәренең, башҡа туғандарының тыуған көндәрен онотмай ҡотлап, килгән күстәнәстәренә яуап күстәнәс­тәрен ебәреп, “Салауат Юлаев” хоккей командаһының уңышта­рына ҡыуанып, еңелһәләр – көйөнөп, донъялағы, илдәге, республикалағы һәм райондағы хәл-ваҡиғалар менән ҡыҙыҡ­һынып, гәзит-журналдар, яңы китаптар алдырып, тормошо менән ҡәнәғәт булып, шөкөр итеп, туғандарының, күрше-күләненең ярҙамдарына ҡыуанып, рәхмәтле булып йәшәй әле минең апайым, ҡәҙерлем.




Вернуться назад