Сүптән ҡотол! Уңырһың10.05.2016
Сүптән ҡотол! Уңырһың Эш өҫтәлендә иҫке ҡағыҙҙар ятыуы, сәйҙән, ҡәһүәнән бысранған сынаяҡтар, кәрәкмәгән нәмәләр ҡалдырыу, аяҡ аҫтының ҡыйлы булыуы кешенең иғтибар туплау мөмкинлеген, мәғлүмәт эшкәртеү һәләтен сикләй, тип иҫбатлаған Принстон университеты белгестәре.

– Хеҙмәт көнө аҙағында эш урынығыҙҙа тулы тәртип булдырмайынса китергә ашыҡмағыҙ. Һәр нәмәне тәғәйен урынына ҡуйығыҙ, өҫтәлгә өйөүҙән бигерәк, тумбочкаға рәтләп һалыу яҡшыраҡ, – тип кәңәш итә тикшеренеүселәр.
Эш урынығыҙҙа йыйыштырыусы юҡ икән, дежурлыҡ графигы төҙөп ҡуйыу зарур. Сүп-сарҙан арыныу хеҙмәт етештереүсәнлеген күпкә арттыра.


Вернуться назад