Ниңә бойоҡ икән күңелем?10.05.2016
– Һуңғы арала үҙемде аңлау ҡыйыныраҡ. Һаулығым ҡаҡшанымы, әллә башҡа сәбәптәнмелер, хеҙмәттәштәрем, яҡындарым менән дә уртаҡ тел таба алмайым. Яҙғы депрессияға һылтаныр инем дә, йәйгә лә оҙаҡ ҡалманы. Төшөнкөлөккә йыш биреләм, сәләмәтлегемдән дә ҡәнәғәт түгелмен. Ошондай осраҡта табип нимә кәңәш итер икән?

С. ХӘЛИЛОВА.

Медицина фәндәре кандидаты,
доцент, терапевт-гастроэнтеролог
Лилиә ҒӘББӘСОВА:

– Стресс кисереүегеҙ көн кеүек асыҡ. Ваҡыт ағышының тиҙлеге, көсө йылдам арта, һөҙөмтәлә кеше һәр мөйөштә, аҙым һайын көсөргәнеш менән осрашырға мәжбүр. Бындай күренештең транспортта ла, урамда ла, эштә лә булыуы ихтимал. Ошондай мәлдә үҙ өҫтөңдә етди эшләргә кәрәк, сөнки һәр кешенең нервы системаһы үҙенсә ҡоролған. Кемдер теге йәки был ваҡиғаны тыныс ҡына үткәреп ебәрһә, бәғзеләр ҡыҙыу тойғолар аша кисерә.
Заман ағышына тулыһынса яраҡлашып өлгөрмәгән пациенттарға аутотренинг менән шөғөлләнергә, махсус курстар алырға кәңәш ителә. Ғөмүмән, стресты “хәл итергә” өйрәнергә кәрәк. Әгәр ҙә килеп сыҡмаһа, психологка йә психотерапевҡа мөрәжәғәт итеү, белгестәр менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү, кәңәшләшеү зарур. Иң мөһиме – теге йәки был аңлашылмаусанлыҡ тыуһа, табипҡа барырға, зарығыҙ менән уртаҡлашырға оялмағыҙ. Юғиһә неврозға ла күп ҡалмаҫ. Быныһы инде тағы ла хәүефлерәк.
Әгәр үҙегеҙҙең нимә булһа ла эшләргә, ижад итергә теләгегеҙ юҡлығын һиҙһәгеҙ, уйланырға урын бар. Бәлки, һеҙ йәшерен депрессия кисерәһегеҙҙер. Бынан ҡотолоу өсөн махсус препараттар бар, табиптар ҙа ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ. Дөрөҫ туҡланмауҙың да күңел төшөнкөлөгөнә, хәлһеҙлеккә сәбәпсе булыуы ихтимал.



Вернуться назад