Уйланырға урын бар10.05.2016
Башҡорт дәүләт медицина университетының Ғилми советында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Вәлиев Башҡортостандағы демографик хәл тураһында доклад менән сығыш яһаны. Тыуым һәм үлем күрһәткестәре, 2015 йылда 70 йәш тип билдәләнгән ғүмер оҙайлығы хаҡында бәйән итте ул.

– Һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереү буйынса федераль һәм республика программаларын ғәмәлгә ашырыу, Башҡортостанда уңайлы социаль-иҡтисади шарттар булдырыу һөҙөмтәһендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың репродуктив һәләтен һаҡлауға, тыуымды арттырыуға өлгәштек, – тип билдәләне Рөстәм Фазыл улы.
Сығышында ул шулай уҡ сабыйҙарҙың һәм әсәләрҙең үлем күрһәткестәренә туҡталды, ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары, яман шеш, үҙ-үҙеңә ҡул һалыу, юл-транспорт фажиғәләре һөҙөмтәһендә вафат булыусыларҙы кәметеү саралары хаҡында һөйләне. Ғәмәлдә 2015 йылда сабыйҙарҙың үлеме 4 процентҡа әҙәйгән, әсәләрҙеке иһә Рәсәй һәм Волга буйы федераль округы буйынса уртаса күрһәткестәрҙән түбәнерәк кимәлдә. Һуңғы биш йылда ҡан әйләнеше системаһына бәйле ауырыуҙар 21 процентҡа кәмегән, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, онкологик сирҙәрҙән яфаланыусылар арта.
Эшкә яраҡлы халыҡтың сәләмәтлеген нығытыуға, диспансерлаштырыу мәсьәләләренә етди иғтибар бүленә. Һуңғы бер йылда 17 сәләмәтлек үҙәгендә 255 меңгә яҡын кеше үҙ һаулығын тикшерткән. Диспансерлаштырыу һөҙөмтәләренә ҡарағанда, 710 мең кешенең 25 проценты сәләмәт, 38 процентында ауырыу хәүефе бар, 36-һы хроник сирҙәргә дусар.


Вернуться назад