Башҡортостанда йыл һайын меңәрләгән кешегә талпан ҡаҙала. Ҡайһы бер бөжәктәрҙә, бигерәк тә эндемик биләмәләрҙә, кешегә ҙур зыян менән янаған энцефалит һәм боррелиоз вирустары осрай.Талпан энцефалиты нервы системаһын ҡаҡшата. Вируслы бөжәк ҡаҙалғандан һуң ауырыу уртаса 7 – 14 көндән беленә башлай. Кешенең тән температураһы кинәт күтәрелә, ул өшөп ҡалтырана, бите ҡыҙара, баш һәм муйыны, елкәһе, күкрәге, бил мускулдары ауыртырға тотона, күңеле болғанып, ҡоҫҡоһо килеүе мөмкин. Ауырыуҙың эҙемтәләре төрлөсә: һауығырға ла була, инвалид булып ҡалыу йә үлеү хәүефе лә ҙур. Боррелиоз сире лә ҡаты: нервы ғына түгел, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ла ҡаҡшауы ихтимал.
Вирустар кеше тәненә талпандан тешләнгәс үк тарала. Әммә энцефалиттың икенсе ысул менән дә зарарлауы мөмкин. Мәҫәлән, талпан һырыған кәзә һәм һыйыр аша күсеп. Был осорҙа һөттө ҡайнатылмаған килеш эсмәҫкә тырышығыҙ. Шулай уҡ талпанды тәнгә иҙеп үлтермәгеҙ һәм тешләнгән урынды тырнамағыҙ.
Энцефалиттан һаҡлаусы прививкалар бар. Уларҙы йылдың төрлө осоронда эшләтергә була, әммә август-сентябрь айҙары яҡшыраҡтыр. Укол ике инъекциянан тора: беренсеһенән һуң 3 – 5 ай үткәс, икенсеһе ҡаҙатыла. Һуңғы инъекциянан һуң ике аҙна тирәһе ваҡыт уҙғас ҡына организмда талпан энцефалитына ҡаршы иммунитет барлыҡҡа килә. Бер йыл үткәс, ревакцинация эшләнә, артабан ул ғәмәлде өс йыл һайын ҡабатлау зарур. Вакцинаны талпандан сир йоҡтороу хәүефе ҙур булған биләмәләрҙә ҡырҙа (урманда) эшләүселәргә һәм ял итеүселәргә яһатыу мотлаҡ.
Тәбиғәткә сыҡҡанда оҙон еңле, капюшонлы, асыҡ төҫтәге кейем кейегеҙ, салбар балағын ойоҡ эсенә ҡыҫтырығыҙ. Талпанды өркөтөүсе махсус химик саралар ҡулланыу ҙа хуплана. Ҡырҙан ҡайтҡас, тәнегеҙҙе ентекләп ҡарағыҙ. Талпандар, ғәҙәттә, йомшаҡ тирегә ҡаҙала. Әгәр ҙә үҙегеҙ менән йорт хайуандарын алып йөрөгән булһағыҙ, уларҙы ла тикшерегеҙ. Өйгә ҡыр сәскәләрен, ағас ботаҡтарын индермәҫкә тырышығыҙ.
Әгәр талпан ҡаҙалды икән, ни эшләргә? Әлбиттә, иң яҡшыһы – йәшәгән урынығыҙҙағы поликлиникаға йә травмпунктҡа күренеү. Бөжәкте тәндән тиҙерәк һурып алыу кәрәк, сөнки, төпкәрәк инһә, ҡотолоу ҡыйынға тура килер. Әгәр дауаханаға күренеү мөмкинлеге булмаһа, талпанды пинцет һәм көнбағыш майы ярҙамында үҙегеҙ сығарығыҙ. Тик һаҡ булығыҙ – моронсоғо тәндә тороп ҡалмаһын. Тешләнгән урынды спирт йәки йод менән эшкәртегеҙ.
Тәндән алынған талпанды лабораторияға тапшырып, унда энцефалит һәм боррелиоз вирусы бармы-юҡмы икәнен тикшертеү кәңәш ителә. Ундай ойошма баш ҡаланың Шәфиев урамындағы 7-се йортта (телефондар: 237-58-40, 237-42-56) эшләй, ҡайһы бер район һәм ҡалаларҙа филиалдары ла бар. Анализдар, әлбиттә, түләүле.
Әгәр тикшереү һөҙөмтәһендә талпандың вируслы булыуы асыҡланһа, зарарланған кешегә тиҙ арала травмпунктҡа барып, энцефалитҡа ҡаршы иммуноглобулин ҡаҙатырға кәрәк. Уколды талпан ҡаҙалғандан һуң дүрт көн уҙмаҫ борон эшләтеп өлгөрөргә тырышығыҙ. Ә инде боррелиоз булыуы асыҡланһа, уға ҡаршы антибиотик ҡулланалар.
Роза МОРАТОВА,
табип.